Бөтә яңылыҡтар
Мөхәррир һүҙе
19 Июль 2019, 09:58

Үҙ хаҡына ғына һатып ал да ҡуй

Баймаҡтан үтеп барһам ҡала ситендә Буранбай Искужин бер биҙрә картуф һатып ултыра. Туҡтамай булдыра алманым. – Сауҙагәр, ризығың ни хаҡ? – Ябай халыҡ алһа арзан, яҙыусы-фәлән осраһа ике-өс тапҡырға ҡиммәткә ебәрәм.

Баймаҡтан үтеп барһам ҡала ситендә Буранбай Искужин бер биҙрә картуф һатып ултыра. Туҡтамай булдыра алманым.
– Сауҙагәр, ризығың ни хаҡ?
– Ябай халыҡ алһа арзан, яҙыусы-фәлән осраһа ике-өс тапҡырға ҡиммәткә ебәрәм.
Һораған хаҡын түләһәм дә бының тауарына ҡағылманым.
– Буранбай, бар ҡайт та ошоно минең күстәнәстәй күреп бешереп аша. Ултырма бында исем һатып.
– Ай күрҙе, ҡояш алды, һеҙ бойорғас хәҙер, кисекмәҫтән күҙҙән юғалам, хөрмәтле бей, исем дә һатмайым бынан бүтән, картуф та!
Ҡайтышлай ҡараһам, Буранбай һаман урынынан ҡуҙғалмаған, үҙе ләх иҫерек.
Мине күргәс Нәжиб Асанбаевтың «Ҡыҙыл паша» спектаклендәге матрос Солтандың йырын көйләп ебәрҙе:
Ризыҡтарым әле бешмәгән…
– Һин һаман да бындамы ни әле?
– Бер сыҡҡас ултырам әле. Кис тә етте, өшөп тә кителде, күтәреп йөрөгө лә килмәй, картуфымды алаһыңмы әллә? Һиңә, дуҫ булараҡ прастуй халыҡҡа ҡуйған хаҡ менән һатам!
Читайте нас: