Бөтә яңылыҡтар
Мөхәррир һүҙе
18 Июль 2019, 09:57

Азамат ирҙәр бөтмәгән!..

Был ҡыҙыҡты Рәйес Түләк тере саҡта һөйләп ҡалдырғайны, әллә ысын, әллә буш. Ете төн уртаһында Рауил Бикбай шылтырата: – Рәйес, һин тиҙ генә Азамат Тимеровты табып килтер. Миңә ул телефон трубкаһы аша «Азамат»ты йырлап ишеттерһен! – Магнитофондан ғына тыңлаһағыҙсы, бөтә кеше йоҡлай, өҫтәүенә көн торошоноң рәте юҡ… – Алып кил, тим бит, уның тере тауышын ишеткем килә! Ни әмәл ҡылмаҡ, киттем...

Был ҡыҙыҡты Рәйес Түләк тере саҡта һөйләп ҡалдырғайны, әллә ысын, әллә буш. Нисек кенә булһа ла уның хикәйәләүен һүҙмә-һүҙ еткерәм.


Сибай яҙыусылар ойошмаһында яуаплы сәркәтип вазифаһында эшләп йөрөгән саҡ. Ете төн уртаһында Башҡортостан яҙыусылар Берлеге идараһы рәйесе Рауил Бикбай шылтырата:

– Рәйес, һин тиҙ генә Азамат Тимеровты табып килтер. Миңә ул телефон трубкаһы аша «Азамат»ты йырлап ишеттерһен!

– Магнитофондан ғына тыңлаһағыҙсы, бөтә кеше йоҡлай, өҫтәүенә көн торошоноң рәте юҡ…

– Алып кил, тим бит, уның тере тауышын ишеткем килә!

Ни әмәл ҡылмаҡ, киттем, Тимеровтарҙы уятып сәйер үтенесемдең айышына төшөндөрҙөм. Быларҙың фатирҙарында телефон-маҙар күренмәй. Азамат көн һалҡын, тамағым шешкән, тип һылтаулай башланы. Нәсимә лә ирен ете төн уртаһында сығарып ебәргеһе килмәй. Тегене ай-вайына ҡарамай алып ҡайттым. Ҡатыным Флүрә өҫтәл әҙерләп көтөп торған. Йотоштороп алдыҡ. Күңелле булып китте. Ниһайәт, кәрәкле һандарҙы йыйғандан һуң Азамат фатирҙы яңғыратып, телефон трубкаһын микрофон һымаҡ итеп тотоп «Азамат»ты һалдырҙы. Йыр тамамланды, сымдың теге осонда шылт иткән тауыш та ишетелмәй.

– Һеҙ таптырған артист йырланы бит, Рауил ағай, нишләп өндәшмәйһегеҙ?

Ниһайәт, теге оста ҡалтырап сыҡҡан тауыш ишетелде:

– Азаматты йәлләп илап ултырам. Ҡышҡы селлә тимәй, күҙ асҡыһыҙ буран тимәй килгән бит. Азамат ирҙәр бөтмәгән әле беҙҙә, бөтмәгән…



Читайте нас: