Яҙыусы Хәбир Дауытов менән Өфө урамдарын ҡыҙырабыҙ. Март аҙаҡтары ғына булһа ла көн йәй миҙгелеләй томра, ҡар күҙгә күренеп ирей. Ҡояшҡа ҡарап: «Ҡыҙҙыра!» тинем. Хәбир баш һелкеп әйткәндәрем менән ризалашты ла көтмәгәндә ҡайтырға ҡабалана башланы:
– Әйҙә, тиҙ генә беҙгә барайыҡ!
– Балконда йылҡы бото ята ине. Шуны кисекмәҫтән бешереп ашап ҡуйырға кәрәк. Юғиһә боҙолоп әрәм булыуы бар!