Йылайырға Рәшит Солтангәрәев менән Сафуан Әлибаевтар килде. Районда үткән әҙәби осрашыуҙарҙан һуң Юлдыбай ауылында мәжлес ойошторҙолар. Ары ҡунаҡтарыбыҙ Баймаҡҡа китергә тейеш. Дөйөм табындан һуң беҙ өсәүҙе Мөслим Әбсәләмов өйөнә алып ҡайтты. Бында ла оҙаҡ ҡына ҡунаҡ булдыҡ. Сафуан ағай ҡабаландырһа ла Рәшит ағайҙың иҫе лә китмәй, йәйелеп, иркенләп, ирәүәнләп тик ултыра. Ниһайәт, өй хужаларын оҙаҡ көттөргән хушлашыу мәле етте. Рәшит ағай Мөслим Әбсәләмов яғына ҡараш һирпте:– Һин атҡаҙанған уҡытыусыһың шикелле, тимәк муллалыҡҡа иң беренсе һәм иң ҡулай кандидат. Шыпа ҡайтҡыбыҙ килмәһә лә ҡуҙғалайыҡ булмаһа, уҡып ебәр берәй аятты!