АТАЙСАЛ
-21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мөхәррир һүҙе
31 Май 2019, 16:10

Тальян гармун

Эшкә китешләй фатирыбыҙҙағы сүп-сар пакетын сығарғанда көнкүреш ҡалдыҡтары менән өймәләм тулы контейнер өҫтөнә ырғытылған иҫке хромкаға иғтибар иттем. Тотоноуҙан үтеп туҙһа ла бөтөнләй үк бәҫтән сыҡмаған ине әле ул. Бына-бына дәртле көй һыҙҙырып ебәрергә йыйынғандай ҡоласын йәйеп, күреген киреп ебәреп ята. Элекке балалыҡ дуҫымды бахырҙар, ташландыҡтар араһында тап итеп көйәләнгәндәй йөрәгем һыҙып әрнеп, күңелем болоҡһоп ҡуйҙы. Һис тә ерәнмәйенсә, тартынмайынса ҡаҡашып ҡатҡан телдәр теҙмәһенә һаҡ ҡына ҡағылғайным, ошо көнгә ҡалыуын үҙенсәлекле аңлатырға теләгән гармун, сеңләп илағандай итеп, иңрәү ауазын ишеттерҙе. Әүәле эшсән халыҡтың ҡулынан төшмәгән моң сығанаҡтарына ихтыяж кәмене шул. Кәмене, кәмеү генә түгел көндәлек тормошта уның хәжәте ҡалманы, башыңды ташҡа орһаң да баҙар иҡтисадында, аҡса ҡоллоғонда тәрбиәләнгән быуын бөгөн үҙенең файҙаһын, мәнфәғәтен ҡайғыртҡан йырҙы һуҙа, төшөм килтерерҙәй ҡулай таҡмаҡҡа тыпырҙай. Хәйер, көйһөҙ-рәтһеҙ көн иткәндә кемгә кәрәк тиһең боронғо музыка ҡоралы?

Эшкә китешләй фатирыбыҙҙағы сүп-сар пакетын сығарғанда көнкүреш ҡалдыҡтары менән өймәләм тулы контейнер өҫтөнә ырғытылған иҫке хромкаға иғтибар иттем. Тотоноуҙан үтеп туҙһа ла бөтөнләй үк бәҫтән сыҡмаған ине әле ул. Бына-бына дәртле көй һыҙҙырып ебәрергә йыйынғандай ҡоласын йәйеп, күреген киреп ебәреп ята. Элекке балалыҡ дуҫымды бахырҙар, ташландыҡтар араһында тап итеп көйәләнгәндәй йөрәгем һыҙып әрнеп, күңелем болоҡһоп ҡуйҙы. Һис тә ерәнмәйенсә, тартынмайынса ҡаҡашып ҡатҡан телдәр теҙмәһенә һаҡ ҡына ҡағылғайным, ошо көнгә ҡалыуын үҙенсәлекле аңлатырға теләгән гармун, сеңләп илағандай итеп, иңрәү ауазын ишеттерҙе. Әүәле эшсән халыҡтың ҡулынан төшмәгән моң сығанаҡтарына ихтыяж кәмене шул. Кәмене, кәмеү генә түгел көндәлек тормошта уның хәжәте ҡалманы, башыңды ташҡа орһаң да баҙар иҡтисадында, аҡса ҡоллоғонда тәрбиәләнгән быуын бөгөн үҙенең файҙаһын, мәнфәғәтен ҡайғыртҡан йырҙы һуҙа, төшөм килтерерҙәй ҡулай таҡмаҡҡа тыпырҙай. Хәйер, көйһөҙ-рәтһеҙ көн иткәндә кемгә кәрәк тиһең боронғо музыка ҡоралы? Йәшерен-батырын түгел, милли ғорурлығыбыҙ иҫәпләнгән ҡурайҙы ла әлеге мәлдә бәғзе берәүҙәр ябай һыбыҙғылай һыҙғыртып илдәр ҡыҙыра, шунан һуң үҙен билдәле ҡурайсымын, тип атай. Ирекһеҙҙән ғәйре юлыҡҡан табышымды ошо килеш ҡалдыра буламмы? Уны ҡый өйөмөнән алып ҡулъяулыҡ менән таҙартып һөртөштөрҙөм дә бер яҡ ситкәрәк алып барып ҡуйғас, үҙ алдыма «бына ошонда ғына ҡалып тор инде әлегә» тип үҙ алдыма һөйләнеп ғәфү үтенгәндәй бышылданым. Артымда ҡый сығарған ҡарсыҡтың аптырауға төшөп һөйләнеүен ишеттем: «Вот времена пошли, а? Господи, что будет завтра, неизвестно, а сегодня прилично одетые, уважаемые люди стали копаться в мусорном баке...» Тамуҡҡа төшөргән тамаҡ хисабында ғына түгел, рух, тотҡан кимәл йәһәтенән дә хәйерселәр сафына баҫтыҡ шул, ни хәл итмәк?..
Бер мәжлестә ни башҡортса, ни урыҫса йүнләп һөйләшә алмаған, аҡты ҡаранан айырмаған ауырлы ҡатындың Африканан килгән тамтам барабанына эйәреп ырғып-шашыныуына ҡарап:
«Әлегә ҡарындағы бәпес мәле еткәс һаңғырау, телһеҙ булып тыуа
ғына күрмәһен инде»,—тип хафаланып
ултырҙым. Бала бит яралғы хәлендә лә барыһын ишетеп, тойоп ята. Моңландырған, йырлатҡан, дәртле әпипәгә бейеткән тальян гармун хаҡында яҙмаҡ инем дә баһа, биғәйбә, урынһыҙ һүҙ сыбалтып тағы ситләштем.
Хәтерем яңылышмаһа миңә 9-10 йәштәр тирәһе ине шикелле, ауыл
уртаһындағы көнкүреш тауарҙары, шәкәр-сәйлеге бер урында һатылған таш кибеткә һатыуға тальян гармун килтерҙеләр. Берҙән-берҙе. Ян-тирәһе ҡара көрән лакка ҡатырылған, һарғылт маҡбал беркетеп биҙәлгән ағас менән ҡоршалған, көмөш телле, артҡы яғының юғары өлөшөндә баҫмалы зыңғырлаҡлы, күреге асыҡ сәскә биҙәкле тауарҙан хасил үтә лә ҡупшы, күрмәлекле нәмәне ҡиммәтле әйберҙәй күреп, күрегеҙ ҙә алығыҙ, тигәндәй күҙҙе ҡыҙҙырып, иң түргә, тәхеткә урынлаштырғандай бе-йек ергә ҡунаҡлатып ҡуйҙылар. Хаҡы ла ашнаҡсы булып эшләгән әсәйемдең айлыҡ эш хаҡына торошло—50 һум да 70 тин. Уны тәү күргәндә үк екһенеп фекерләп ҡуйҙым, сүп өҫтөнә сүмәлә өйгәндәй бынау бер кило шәкәр ҡомо алырлыҡ хаҡты өҫтәмәһәләр ни асыу?! Шул гармунды күҙләргә йөрөй башланым. Көн һайын. Барам да ер йөҙөндәге ете мөғжизәнең береһенә юлығып арбалғандай башымды түшәм йәнәшәһендәге кәштәгә сөйөп төбәләм. Хатта ҡайһы саҡ иртәрәк килеп һатыусының кибетте асыуын аңшайып көтәм. Торған ыңғайы хыялымдағы тальянды һыҙҙырып, ҡаршыға осрағандарҙың һуш-зиһенен алып, хисләндереп ауыл урамы буйлап атлайым, артымдан йәнәһе лә көтөүе менән ҡыйпысыҡ ҡыҙҙар эйәргән: Нәсимә, Зәкиә, Гөлнур, Флүрә, Айһылыу, Зилә, Мәүлиҙә, буласаҡ кәләшем Лида килештереп ҡултыҡлап алған да яурынбашыма һыйынып ҡына, һоҡланып, түбәндән юғарыға наҙлы һирпелеп атлай имеш. Кискеһен инде мине түбәнге осҡа туйға әйткәндәр, иртәгеһен Бай-ғужаға саҡырылғанмын, иртәнән һуң Ашҡаҙарға, унан ары инде Ҡаҙыршаға. Бөтә ерҙәге мәжлестә лә урыным табын түрендә, көллөһөнә кәрәкмен, һәммәһе лә килеремде сабырһыҙланып көтә. Шулай булмай тағы, мин бит тирә-яҡта беренсе гармунсы, бармаҡтарына күҙ эйәрмәҫ дан гармунсы, күңел астырыусы, ҡунаҡ йәме! Хистәр диңгеҙендә йөҙөүемде шауҙырлап йоҙаҡ асылыуы бүлә, хәйерһеҙ. Инәм дә өй мөйөшөндәге иконаға табынған старовер урыҫ ише оҙаҡ итеп тальянға текәләм дә торам. Ай самаһы шулай ҡабатланды. Башта бер генә уй: “Берәй аҡсалыһы алып ҡына ҡуймаһын, ул саҡта мин фәҡиргә һоҡланырға тағы нимә ҡала?” Шулай тип эстән көйөп янам да форсат сығыу менән балаҡ остары бөрмәле, резинкаһы бушаған ҡара сатин ыштанымдың бил тапҡырын йоҙроғома ҡармап кибет яғына ҡарай юрғалайым. Күктәге Тәңре ихлас, эскерһеҙ үтенесемде ишеткәндер, ҡабул ҡылғандыр күрәһең, гармунды оҙаҡ ваҡыт берәүгә лә тоттороп ебәрмәне.
Бер көн көтмәгәндә, күрше ауылдан ҡайтышлай, тирләп килеп һал-ҡын шишмә һыуын ҡомһоҙланып һемергәндән, Һаҡмарҙа тән күгәргәнсе ҡойонғандан һуң сәсрәп ауырып киттем. Үпкәһенә һалҡын алдырған, тип ауыл түңендә урынлашҡан участка дауаханаһына һалдылар. Көнөнә әллә нисә тапҡыр янбашымды уколдар менән бешекләһәләр ҙә сәләмәтлегем алға китмәне, нишләптер. Тәүлек әйләнәһенә тән температураһы төшмәй, баш зыңҡып ауырта, быуындар таралып бара, йүнләп атлауҙан яҙҙым һуңғы сиктә, өҫтәүенә ҡан төкөрәм. Әсәйем килтереп алдыма тәм-том өйә, ә минең тамаҡҡа аш ҡына түгел, йотом һыу ҙа үтмәй. “Хәлең нисек, балам?”,—ти ул белһә күрһә лә маңлайыма шырауланып бөткән һалҡынса усын
баҫып. Шул шыраулы йомшаҡлыҡ илаһи йылылыҡҡа әүерелеп йәнемә үтеп инә, ҡан тамырҙары буйлап тарала. Миңә рәхәт, миңә шул тиклем дә рәхәт. Ирендәремде саҡ ҡыймылдатып бышылдайым:
—Әсәй, теге тальянды әйтәм, урынындамы икән?
—Ҡайҙа ғына китһен, шунда инде.
—Элекке көнгө, йә кисәге хәбәрҙе һөйләйһеңдер, бөгөн һуң, барып ҡараныңмы?
—Әле генә шул яҡтан килә ятыуым.
—Һатыусыға әйт, орҙо-бәрҙе ҡыланып сит-яттарға осороп ҡына ҡуймаһын берүк!
—Сит-ят, тигәнең кемдәр инде у?
—Осраҡлы үткенселәр, күрше ауылдыҡылар, Васильевка, Ивановка урыҫтарының күҙенә эләгеүе лә бар.
—Әгәр беҙҙекеләрҙең берәйһе алһа ни эшләрһең?
—Көн һайын барып ҡарап йөрөрмөн. Күңеле аҡ тальян хужаһы, моғайын да уйнап өйрәнергә лә рөхсәт итер, кем белә. Иң мөһиме ҡот ауылыбыҙҙан китмәһен, ҡөҙрәтле бетеү һымаҡ бит ул гармун!
—Ҡот. Бетеү. Хыялыйһың да инде, балам, ерле-юҡта әллә ниндәй сағыштырыуҙар уйлап сығарырға хиресһең!—Әсәйем ауыр көрһөнөп ҡуя ла дауам итә.—Һатып алһын, тип ебәрәләр ҙәһә тауарҙы!
—Икенсе йыл ҡәҙимге ҡул араһына керәм бит, ат башына сығырмын, юҡ тигәндә бүлексәнең бесәнен күбәләргә. Йәйге хеҙмәт өсөн бухгалтер Яңыбай ағай йомартлығына барып 25 һум самаһы жалованье яҙа тиҙәр. Ике йыл эшләһәм тальянлы булырмын. Ә етмеш тиненә килгәндә, татлыға иҫем китеп бармағанды беләһең, бер ай ҡоротлап сәй эсергә лә ризамын!
—Улайһа шулайтырбыҙ, һатыусыны иҫкәртеп ҡуйырмын, кәнсәгә барып киләһе йылға һиңә эш тә йәүкәләрмен...—Әсәйем шулай ти ҙә яңынан маңлайыма усын баҫа.
—Улайһа Хәнә апай гармунды юғарынан төшөрөп әҙәм күҙенән ҡасырып йырағыраҡҡа ҡуйһын, әйт, бәләһенән баш-аяҡ.
—Уныһын да өҫтәрмен, ағас игәү!—тигән шелтәләүҙе лә ишетәм, ниһайәт, мәгәр аралашыуҙан ҡәнәғәт ҡалып, һөйләшеүҙән арып күҙҙәремде йомам...
Бер көндө иртәнге тикшереүҙән
һуң күрешебеҙҙә йәшәгән фельдшер Татьяна апай яныма инде. Уның ире Нурислам ағай бүлексәлә механик вазифаһында эшләй, Лена, Лида исемле ҡыҙҙары, Валерий исемле улдары бар. Татьяна апай әллә кемеңде һатып ебәрер кимәлдә башҡортса ыҡ-мыҡһыҙ таҙа һөйләшә. Күршеләребеҙ, ишетеп белеүемсә, үҫеп етһә Лиданы миңә бисәлеккә бирмәкселәр икән. Шуға үҙ
яртымды эҙләп ер аяғы ер башына сабаһы түгел, йәрәшелгән яртым, маңлайға яҙғаны эргәлә генә. Килен төшөрөү йолаһы ла мәшәҡәтле, сығымлы булмаҫ, бирнәне ике өй араһындағы бәләкәй ҡапҡа аша сығарыу ҙа етә, фиғелдәребеҙ тап килмәй айырылыша-нитә ҡалһаҡ та холоҡһоҙ ҡатындың кейем-һалымын, түшәнер-яҫтанырын өс тапҡыр талаҡ ҡысҡырып баһыу аша теге яҡҡа быраҡтырып ҡотолормон, бөттө-китте! Әлегә ҡәҙеремде ебәреп, насар ҡылығымды күрһәтеп өлгөрмәгәнгә ҡәйнә һәм ҡайны булаһы кешеләр икеһе лә мине кейәү, тип атайҙар, ошо туғанлыҡ дәрәжәһенә күнеп бөткәнмен, ҙурлауҙы, ололауҙы урынлы һымаҡ ҡабул итәм. Кейәү-бала мәшәҡәттәре лә артыҡ ауырҙан түгел, күршеләрҙең көтөүҙән ҡайтҡан малын индерешергә тейешмен дә, тотош хужалыҡтарын ҡарап, бағып һеперелеп үк йөрөмәһәм дә һирәк-һаяҡ ишек алдарын һепереп алырға бурыслымын.
—Йонсоп та киттең, бер-ике көнгә өйгә ҡайтып ял итеп алаһыңмы әллә?—Был юлы буласаҡ ҡәйнәм нишләптер «кейәү»ҙән һалдырманы.
—Атлап бумай бит, апай, башым әйләнә...
—Ә һине Нурислам ағайың, алыҫ ара түгел бит, күтәреп кенә алып ҡайтыр!
—Әлләсе... Әгәр кире килтереп ҡуйырға ҡыйынһынмаһа....
Ошо һүҙҙәрҙе генә көткәндәй асыҡ ишектә Нурислам ағай пәйҙә булды.
Ә өйҙә мине баштан ашҡан оло шатлыҡ, күккә сойорғотор ҡыуаныс кө-төп торған. Түрҙәге өҫтәл өҫтөндә теге гармун ултыра! Икмәк өҫтө—үҙе! Матурлығы һиңә әйтәйем, донъябыҙҙы балҡыта, күркәмлеге торлағыбыҙҙы йәмләй! Ҡыуаныстан илап ебәрҙем...
Ниндәй ҙә булһа көй ишараты сығарырға маташып шул тальянды ике-өс көн тызҡылдаттым, шунан уны ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып дауаханаға алып киттем. Бында артыҡ тауышланырға, шауларға ярамағанлыҡты белгәс ҡәҙерле нәмәмде эргәмә һалып һыйпап ятам да ҡосаҡлап йоҡлап китәм. Һәм ни ғиллә, аяҡҡа баҫтым бит теүәл бер ай тигәндә! Шулай итеп гармунсы яһамаһа ла тальян гармун аяҡҡа баҫтырҙы мине, хатта әйтер инем, әжәлдән әрсәләп алып ҡалды.
Бөгөн бихисап ауырыуҙар баҫып алды йәмғиәтте, кешенең йөҙөнән нур ҡасты, йәнендәге хис сығанағы һыуы ҡасҡан шишмәләй ҡороно. Ошо афәт моғайын да моңдо һанламауҙан, уны сүп-сар өйөмөнә ырғытыуҙан киләлер, моғайын!