АТАЙСАЛ
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мөхәррир һүҙе
7 Май 2019, 12:14

ИКЕ БОЙОРОҠ

Бөйөк Ватан һуғышында штрафбат булдырыуҙы баш командующийҙың рөхсәтенән бөйөк маршал Георгий Жуков ойошторған, тормошҡа ашырған, «Бер аҙым да артҡа сигенмәҫкә!» тигән 227-се һанлы бойороҡто иһә 1942 йылда Иосиф Сталин үҙе биргән. Һуғыштың ана шул рәхимһеҙ ике фарманы һөҙөмтәһендә яу яланында күпме ир-егет башын һалған, күпме яҙмыштар емерелгән, әсәләр—улһыҙ, ҡатындар—тол, балалар етем ҡалған.

Бөйөк Ватан һуғышында штрафбат булдырыуҙы баш командующийҙың рөхсәтенән бөйөк маршал Георгий Жуков ойошторған, тормошҡа ашырған, «Бер аҙым да артҡа сигенмәҫкә!» тигән 227-се һанлы бойороҡто иһә 1942 йылда Иосиф Сталин үҙе биргән. Һуғыштың ана шул рәхимһеҙ ике фарманы һөҙөмтәһендә яу яланында күпме ир-егет башын һалған, күпме яҙмыштар емерелгән, әсәләр—улһыҙ, ҡатындар—тол, балалар етем ҡалған.
Әйтерем тракторсы Имаметдин ағай хаҡында. Ҡатыны сыуаш ине уның, Прасковья апай. Икенсе милләт кешеһе булһа ла беҙҙеңсә әллә кемеңде һатып ебәрерлек кимәлдә таҙа һөйләште, һөйләшеү генә түгел, халыҡ йырҙарын еренә еткереп, моңло итеп йырлай ҙа ине. Бер генә ҡыҙ үҫтерҙеләр. Fаиләһендә малайы булмағанлыҡтан, ул мине ғәзиз улылай яратты, яҡын күрҙе. Туңға һөрөр мәл етһә ДТ-54 тракторына ҡушарлап ултырып алабыҙ ҙа сығып китәбеҙ баҫыуҙар ҡыҙырырға. Ул шөғөлөнән оло ләззәт табып эшләй, ә мин инде, яңы моронлаған себештәй, мазут һеңгән фуфайкаға тө-рөнәм дә, уртыма ҡыҫтырылған ҡаты ҡоротто имә-һура тракторсыға һыйынып төнәп барам. Шуныһына ла ризамын. Имаметдин ағай күңелле көй көйләй, тоноҡ ҡына трактор геүләй, танауға аҡтарылған ҡамылдан тупраҡ еҫе бәрелә. Рәхәт. Шул тәү ҡарашҡа донъяһы теүәл һәм бөтөн Имаметдин ағай һуғыштың тәүге көндәрендә үк ҡамауҙа ҡалып яралы килеш әсирлеккә эләгә.
Кисҡырын ул мине үҙе менән алырға тип килеп инде лә, тауыҡтарҙы ашатыуымды бер килке ҡарап-күҙәткәс, былай тине:
—Тегендә бына ошолайтып концлагерь майҙанына көнөнә өс тапҡыр тауыҡ еме һиптеләр. Ашатыуҙары шунан ғибәрәт. Шыпа ла ғына астан үлге килмәй, йөгөнөкләп йөрөп күгәргән бойҙай сүпләйбеҙ. Фашист Германияһы әгәр еңә ҡалһа, беҙҙе әҙәм сифаттарынан яҙҙырып ҡош-ҡорт, мал кимәленә төшөрөр ине, билләһи!
Ағай ике иптәше менән тотҡонлоҡтан ҡасып, мең михнәт менән фронт һыҙығын аша сыға. Ә бында инде хәлдең аңын-тоңон асыҡлап тормайынса һатлыҡ йән йәрлеге тағыла уларға. Һуғыш ҡанундарына ярашлы енәйәтсенең тәғәйен урыны билдәле— штрафбат. Ә ул инде фанилыҡтағы тамуҡ, алдан немецтар ата, артҡа сигенергә итһәң—үҙебеҙҙекеләр. Ҡайһы тарафҡа ынтылһаң, баш тыҡһаң да үлем. Иҫән ҡала. Һуғыш бөткәс тә әле, әллә күпме эҙәрлекләйҙәр уны, иң аҙаҡтан алты йылға Себер төрмәһенә ебәрәләр. Ағас йығырға. Ундағы йәшәү шарттары ла дошман концлагерынан артыҡ булмаһа, кәм түгел. Оло ҡайғы-хәсрәт күргән, хаҡһыҙ рәнйетелгән, кәмһетелгән шул кеше Сталин, Жуковҡа юғары баһа бирҙе үлер алдынан:
—Ошо ике аҡыллы, ҡыйыу кеше хәл иткес мәлдә ил менән, Армия менән етәкселек итмәһә, беҙгә ҡәҙәр тотош Европаны теҙ сүктергән дошманды еңә алмаҫ инек! Быны мин ысын күңелдән әйтәм.
Тормошта кисекмәҫтән ҡабул ителә торған мәсьәләләр осрай ҡайһы саҡ. Мәҫәлән, үлемдән ҡотҡарып алып ҡалыу маҡсатында табип ауырыуҙы көслө ток менән һуҡтыра, әгәр ул да ярҙам итмәһә, күкрәк ҡыуышлығын ярып, йөрәкте усына алып туранан-тура массаж яһай. Тимәк, әлеге мәлдә традицион булмаған, һуңғы сиктә һайлай торған алымдарҙы ҡулланып ҡына кешенең ғүмерен һаҡлап ҡалып була, башҡа сара, башҡа юл юҡ. Кемделер ғәйепләрҙән, тарихҡа хөкөм сығарырҙан, аҡты ҡараға манырҙан алда үҙеңә шул дәүерҙә йәшәп ҡарарға кәрәктер ул.