АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мөхәррир һүҙе
7 Март 2019, 12:11

Яҙ

Кибеттә торабыҙ. Минән алдараҡ Фатима ҡарсыҡ баҫҡан. Йор, тапҡыр һүҙле, көләс, асыҡ йөҙлө ул. Сираты еткәйне теге тешһеҙ ауыҙын яулыҡ сите менән боҫормалап үтенесен белдерҙе:—Килен «Яҙ» кәнфите килгән икән. Йома сәйендә ауыҙ иттерҙеләр, бир әле шуны!—«Яҙ»ҙың ниндәйе кәрәк?Әбейҙең яуабы әҙер:—Йылы, яҡты, салт аяҙ, тынысы кәрәк! Шул мин һорағандарҙы йәлләмәй, мул итеп үлсә, килгән-киткәндәрҙе һыйлағанда, балаларға өләшкәндә, күстәнәскә төргәндә етерлек булһын!Ергә тағы ла яҙ килә. Уға яратып, өмөтләнеп, һоҡланып, ҡыуанып ҡарайым. Сибай ҡалаһының магазиндарына ла «Яҙ» кәнфите килгән тиҙәр. Шуны барып алайым әле. Бөтәһенә лә етерлек итеп!

Кибеттә торабыҙ. Минән алдараҡ Фатима ҡарсыҡ баҫҡан. Йор, тапҡыр һүҙле, көләс, асыҡ йөҙлө ул. Сираты еткәйне теге тешһеҙ ауыҙын яулыҡ сите менән боҫормалап үтенесен белдерҙе:
—Килен «Яҙ» кәнфите килгән икән. Йома сәйендә ауыҙ иттерҙеләр, бир әле шуны!
—«Яҙ»ҙың ниндәйе кәрәк?
Әбейҙең яуабы әҙер:
—Йылы, яҡты, салт аяҙ, тынысы кәрәк! Шул мин һорағандарҙы йәлләмәй, мул итеп үлсә, килгән-киткәндәрҙе һыйлағанда, балаларға өләшкәндә, күстәнәскә төргәндә етерлек булһын!
Ергә тағы ла яҙ килә. Уға яратып, өмөтләнеп, һоҡланып, ҡыуанып ҡарайым. Сибай ҡалаһының магазиндарына ла «Яҙ» кәнфите килгән тиҙәр. Шуны барып алайым әле. Бөтәһенә лә етерлек итеп!