АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мөхәррир һүҙе
30 Ғинуар 2019, 10:17

Арҡаға иҫкән ел

Мәктәптә ике малайҙы уҡыттым. Берәүһе, яҡшы уҡығаны—ҡәҙимге ғаиләнән, ябай эшсенең балаһы, икенсе оңҡото, һәтәүерәге – текә түрәнеке.

Мәктәптә ике малайҙы уҡыттым. Берәүһе, яҡшы уҡығаны—ҡәҙимге ғаиләнән, ябай эшсенең балаһы, икенсе оңҡото, һәтәүерәге – текә түрәнеке. Шул икенсеһе, ниндәйҙер ғиллә арҡаһында мәктәпте көмөш миҙалға тамамланы ла ауырлыҡһыҙ институтҡа инде, хәҙер илке-һалҡы ҡыланып, йыбанып ҡына ҡымғырлап көн һайын йылы урынға йөрөй, эшем эйәһе; зирәге, мәктәп партаһынан уҡ урам һепереүсе булып эшкә төшкәйне, һаман да шунда ҡыяла, тырыш, ғәҙел, шул ныҡышмаллығы менән ниндәйҙер бейеклектәр яуларға хыяллана, бер ҡатлы йән.
Стадионда ярыш бара. Спортсылар ҡыҫҡа арауыҡҡа йүгерәләр. Берәү ярты секундҡа шәберәк килеп рекорд ҡуйҙы бит. Ярышты алып барыусы комментатор бының сәбәбен үтә лә ябай итеп аңлатты: “Бөгөн көн дауыллаңҡырап тора, спортсының арҡаһынан ел этеп булашты, ярҙам итте, шуға уңышҡа өлгәште лә инде!”
Спортта ғына түгел, тормошта ла алға этәрә икән ул арҡаға иҫкән ел...