Бөтә яңылыҡтар
Мөхәррир һүҙе
29 Ғинуар 2019, 11:27

Баш күтәреү

Совхоздың «Үҙәк» атамалы бүлексәһе иҫәпләнде әүәле беҙҙең ауыл. Ысынлап та, үҙәккә торошло ине ул: өс бригаданы берләштергән хужалыҡтың сәсеүлектәре, бесәнлектәре хайран күп, йылға һыртында шифер менән көпләнгән, тип-тигеҙ итеп ҡырылған таҡырында киртләс тауҙай, һары алтындай баҙрап ашлығы ятҡан ырҙын табағы, йөк-йөк сәсеү орлоҡтарын һыйҙырмалы буралар һуғылған ағас келәттәр, арыраҡ дәү мискәләр теҙелгән яғыулыҡ урыны, машина-тракторҙар ҡуймалы гараж иҫәпләнгән, шул уҡ ваҡытта ремонт мастерскойы хеҙмәтен үтәгән тимерлек, тиҫтәнән ашыу оҙон һарайҙарҙы, иркен итеп баһыу тартылған ялан кәртәләрҙе берләштергән ферма ла әллә ни саҡлы майҙанды биләгән.

Совхоздың «Үҙәк» атамалы бүлексәһе иҫәпләнде әүәле беҙҙең ауыл. Ысынлап та, үҙәккә торошло ине ул: өс бригаданы берләштергән хужалыҡтың сәсеүлектәре, бесәнлектәре хайран күп, йылға һыртында шифер менән көпләнгән, тип-тигеҙ итеп ҡырылған таҡырында киртләс тауҙай, һары алтындай баҙрап ашлығы ятҡан ырҙын табағы, йөк-йөк сәсеү орлоҡтарын һыйҙырмалы буралар һуғылған ағас келәттәр, арыраҡ дәү мискәләр теҙелгән яғыулыҡ урыны, машина-тракторҙар ҡуймалы гараж иҫәпләнгән, шул уҡ ваҡытта ремонт мастерскойы хеҙмәтен үтәгән тимерлек, тиҫтәнән ашыу оҙон һарайҙарҙы, иркен итеп баһыу тартылған ялан кәртәләрҙе берләштергән ферма ла әллә ни саҡлы майҙанды биләгән. Һарайҙарҙың ҡап яртыһында һауын һыйырҙары, ҡалғандарында тана-торпо һимертелә, берәүһе екке аттарына тәғәйенләнгән. Алыҫҡа йөрөйһө түгел, ҡышын бесән ҡуйыр урын, дәү силос соҡоры эргәлә генә. Ҡара таңдан әле хисаплаған ерҙәрҙә көн тиртә, хеҙмәт моронлай: иң башта көн башланыуын белдереп кемуҙарҙан әтәстәр һөрән һала, ары шатыр ҙа шотор килеп техника тоҡана, шунан мал мөңгөрәргә тотона, ошоларға кешеләр тауышы, эттәр өрөүе ҡушылып, ноталарға һыймаҫ тормош, тип аталған көй, юҡ, бөйөк симфония хасил була. Һәммәһенә танһыҡ шөғөл, күңелле мәшәҡәт етерлек. Эш, тигәндәй, ауыл ҡатындары йыл һайын, йәмәғәт малы—йәйләүгә, ауылдыҡы көтөүгә сыҡҡандан алып бесәнгә төшкәнсе, ферманың ямғыр йыуған стеналарын һылап, һуңынан шуны аҡбалсыҡлап көндәрен үткәрә. Һылау өсөн әллә күпме бушаҡ балсыҡ кәрәк, уны аяҡ менән баҫып ҡына өлгөртөү мөмкин түгел. Бында ла ул ауыр мәсьәлә алдан уйланылған, хәл ителгән: тигеҙ ергә күсәрендә әйләнмәле ҡуласаға тартым ҡаҙыҡты ҡаҙып ултыртып ҡуйғандар ҙа арҡыры беркетелгән таяҡҡа теҙгененән бәйләнгән, ауыр эшкә яраҡһыҙ, бәҫтән яҙған ҡарт алаша көнө буйы бер урында әйләнсек һарыҡтай әйләнеп шул балсыҡты баҫа. Быны үҙ белдеге менән башҡармай әлбиттә, уны тубыҡтарына саҡлы балаҡтарын төрөп күтәргән үҫмерҙәр йөрөтә. Малайҙар килә-китә тора, ә алаша бер үҙе, уға алмаш ҡаралмаған. Баҡтаһы тиреһенә һылашҡан, сараһыҙлыҡтан күҙҙәре һүнгән, ҡабырға һөйәктәре ҡырғыстай беленгән, күҙ алдында тере емтеккә әүерелә барған алаша баш баҫып бушалағайымға әйләнә лә әйләнә, әйләнә лә әйләнә… Бер мәл был әллә өркөп, әллә икенсе сәбәптән үрәпсеп йүгәнен өҙөп ҡасҡан бит! Ҡасҡан да осто-гүҙе юғалған! Ат ҡараусы Рафайыл ағай аҙна-ун көн тигәндә тегене күрше совхоз биләмәһенән илла аллаға табып алып ҡайтты. Күрәм, алаша ныҡ үҙгәргәйне; көрөгөп киткәнгә әллә баҡтаһы ҡойолған тиреһе йылҡылдап күренә, бығаса тегәнәк уҡмашҡан ял-ҡойроҡтары елдә туҙырай, күҙҙәре өмөтлө яна, хәрәкәттәре тилбер, ышаныслы.
Хәҙер бик күптәр шул алаша рәүешендә тереклек итә: көн һайын теләйме-юҡмы аяҡтарын көскә һөйрәп, өнәп еткермәгән, яратмағанға биҙрәткес күренгән эшенә йүнәлә, шунан төшкө аш, ары тағы эш, кискеһен телевизорҙан оҙон, йәбешкәк һағыҙҙай һуҙылған, бер йомортҡанан бүленеп яралған игеҙәктәргә тартым сериалдарҙы ҡарау, иң һуңынан көн барышында ыҙаланыуға, йонсоуға ныҡлы нөктә ҡуйғандай үкенеүле уфтанып түшәккә ятыу. Иртәгеһенә тамсы ла үҙгәреш кисермәгән көндөң яңынан башланыуы, ҡабатланыуы. Иртәгә, иртәнән һуңға ла, бер ай, бер йыл үткәс тә…
Тормош ваҡлыҡтарынан, һоро көнитмештән ҡотолоу, күҙҙәрең янып китеп, йәнеңә дәрт ҡунһын өсөн ҡайһы саҡ булмышыңды ҡоршаған йүгәндең теҙгенен өҙә тартып хыял иленә ҡаса белергә лә кәрәктер ул. Хәйләгә ҡоролған ҡуласала маҡсатһыҙ әйләнгән алашаның баш күтәреүе ише!
Читайте нас: