Туйҙа булдыҡ. Әллә иртәләгәнбеҙ, беҙ барғанда ҡунаҡтар яңы йыйылыша башлағандар ғына ине, тантана сәбәпселәре лә ҡуҫтарланып өлгөрмәгәндәр, ут бөрсәһеләй үтеп сығып барған тилбер кәләш һәммәһенә ризалашып, балалар баҡсаһына йыйынған иркә малай-ҙай ҡоласын йәйеп баҫҡан баҫалҡы холоҡло кейәүен кейендереп аҙаплана.
Мул ойошторолған табын матур үтте, бик матур, батмусҡа затлы бүләктәр һалдылар, ҡунаҡтар, туғандары өйләнешеүселәргә ихлас күңелдән изге теләктәрен еткерҙе. Минең өсөн туйҙағы иң хәтерҙә ҡалғаны — кәләштең ҡиммәтле галстуктан элмәк яһап, ҡонанға ҡыл арҡан ырғытып буйһондорған, баш эйҙергән ҡороҡсолай еңеүле ҡиәфәттә кейәүен-ең арыҡ муйынын ныҡ итеп, быуылдырып тартып ҡуйыуы булды. Ерле-юҡта башҡа әллә ниндәй шомло уйҙар киләсе, татыу, тигеҙ генә ғаилә ҡорһондар инде йәштәр…