АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мөхәррир һүҙе
29 Декабрь 2018, 10:04

Ҡасыу

Төпкөлдөң төпкөлөнөң иң түрендәге ауылға ҡунаҡҡа саҡырҙылар. “Ул ергә барып етеү үҙе бер оло бәлә икән”, тип ҡатыным ҡайта-ҡайта тыҡып ҡолаҡ итен ашағас сәхәрҙән һуң алдан хәстәрләгән күстәнәстәребеҙҙе алып сәфәргә йыйындыҡ.

Төпкөлдөң төпкөлөнөң иң түрендәге ауылға ҡунаҡҡа саҡырҙылар. “Ул ергә барып етеү үҙе бер оло бәлә икән”, тип ҡатыным ҡайта-ҡайта тыҡып ҡолаҡ итен ашағас сәхәрҙән һуң алдан хәстәрләгән күстәнәстәребеҙҙе алып сәфәргә йыйындыҡ. 30-40 саҡрым ара үткәс асфальт ярым емерек, инмәле лә сыҡмалы ҡырсын юлға төштө, ә ул бара-тора урман эсенән барған, биленә һуҡҡан йыландай унда-бында ташланып борғаланған ат һуҡмағына барып ялғанды. Осо-ҡырыйы күренмәгән, күренергә лә йыйынмаған йәһәннәм төпкөлөнә китеп барабыҙ төҫлө. Бәрелә-һуғыла арытты, арытҡас байрам кәйефе лә һиҙелеп һүрәнләнде. Гөнаһ шомлоғона ҡаршы: “ Башҡа йүнлерәк урын тапмағандармы былар, ҡуйсы, унда ла йәшәр икән кеше, әлеге мәлдә яталарҙыр шунда, ҡышҡы йоҡоға талған айыу ише өңдәренә боҫоп” тигәнерәк шөбһәгә лә ҡалдым һелкенә торғас. Бына ниһайәт алдыбыҙҙа ер аҫтынан ҡалҡҡандай урман аҡланына һыйынған теге ауыл пәйҙә булды. Ыҡсым, йыйнаҡ, емерелеп, сәселеп ятҡан хужалыҡ ҡаралтыһын күрмәҫһең, өйҙәре ҡурсаҡтай күркәм, сағыу төҫкә шалланған ҡапҡалар һәр береһе инеп сығырға саҡырып шарран асылғандар. Хужалар урам уртаһына уҡ сығып, ҡосаҡлап, күптән танышып, ғүмер баҡый аралашып йәшәгән яҡын кешеләрҙәй хәл-әхүәл белешеп, донъяуи хәбәрҙәрен һөйләп ҡаршы алдылар. Араҡы-хәмерҙең тамсыһы ла алдыбыҙға тамып тапламаған, айыҡ, мәғәнәле, күркәм, һый-ниғмәттәрҙән һығылған ҙур табын башланды. Баянын ҡосаҡлап килеп ингән ҡаҡса ғына ир кис буйы инәлтмәй-ялынтмай йырланы ла йырланы. Йырланы тип әйтеү аҙҙыр, уның йөрәк түренән, күңел ҡәлғәһенән килгән үҙенсәлекле тауышы һәммәбеҙҙе арбаны, әсир итте. Була бит халыҡ әртисе түгел, халыҡ йырсылары! Уның башҡарыуындағы халыҡ йырҙары тәнебеҙгә һеңде, йәнебеҙҙе тетрәтте, булмышыбыҙҙы биләне. Шул моңдан ҡанатланып, хужаларҙың балыуан ҡунаҡсыллығынан ирәмһеп, татлы һыйҙың шауҡымына иҙерәп, бик һирәк тәтегән ошондай нурлы-йылылыҡтан шыпа ла айырылғыбыҙ килмәй хуш аяғынан һуң ығышып ҡына төйнәнгәйнек, бая йонсотҡан, әле килеп бишектәй наҙлы бәүеткән өҙәрем тарафтан ҡайтып төшкәнебеҙҙе һиҙмәгәнбеҙ ҙә. Бар икән әле ерҙә матурлыҡ, шөкөр, бар икән!
Уйға ҡалып ултырам: ихласлыҡ, йыр-моң, халҡыбыҙҙың күркәм ғөрөф-ғәҙәттәре, ҡот-бәрәкәт, кеше ҡулы теймәгән саф тәбиғилек, хәҙер килеп замана ығы-зығыһы, шау-шыуынан, хашшаҡлыҡтарынан өркөп, юҡҡа сыға барған мөғжизә утрауҙарылай, ҡәҙере, бәҫе кәмегән мәңгелек ҡиммәттәрҙәй ер сигенә ҡаса, сигенә бара микән әллә?