Бөтә яңылыҡтар
Мөхәррир һүҙе
26 Декабрь 2018, 10:10

Холоҡһоҙлоҡ

Бер ҡыҙ кейәүгә сыҡты ла ҡуҫтарлана башланы: ай һайын тиерлек ҡиммәтле берәй нимә кейеп килә эшенә, төрлө биҙәүестәре лә күбәйеп китте.– Ирҙең йомартына юлыҡҡанһың икән, һеңлем, хәйерле булһын, кейәү бала аҡсалыурында ла түгел һымаҡ, мәгәр һине генә хәстәрләй, ҡайғырта. Ә үҙенең өҫтөндә һеҙ өйләнешкәндә кейгән куртка ла, джинсы салбар.

Бер ҡыҙ кейәүгә сыҡты ла ҡуҫтарлана башланы: ай һайын тиерлек ҡиммәтле берәй нимә кейеп килә эшенә, төрлө биҙәүестәре лә күбәйеп китте.
– Ирҙең йомартына юлыҡҡанһың икән, һеңлем, хәйерле булһын, кейәү бала аҡсалы
урында ла түгел һымаҡ, мәгәр һине генә хәстәрләй, ҡайғырта. Ә үҙенең өҫтөндә һеҙ өйләнешкәндә кейгән куртка ла, джинсы салбар.
– Күргәҙмәгә сығып баҫмай әле, уға, ябай инженерға шул ҡиәфәтендә йөрөһә лә бара!
Ә минең ҡайта-ҡайта кейем алыштырыуымдың сере икенсерәк, - тип йылмайҙы йәш ҡатын, - өйҙәге талаш-ыҙғыштан һуң ярашыу билдәһе итеп иремдән берәй әйбер алып биреүен талап итәм.
– Әгәр теләмәһә?
– Ҡайҙа ғына барһын?! Кейеме ҡата, асыға башлаһа йүгереп кенә килә.
– Ә өйҙәге аңлашмаусанлыҡ нимәнән килеп сыға һуң?
– Бәй, үҙем ойошторам!
Ҡатын һаман да өҫтө-өҫтөнә кейенә, өҙлөкһөҙ ҡуҫтарлана, йылҡылдап торған шәшке бүрек, тун һатып алды яңыраҡ, аяҡтарында Италиянан килтерелгән ҡиммәтле итектәр, муйынында алтын муйынсалар ишелеп күренә, бармаҡтары һайын затлы балдаҡтар йылҡылдай. Күренеп тора, йәшәүенең шыпа ғына ла рәте юҡтыр, ире… холоҡһоҙҙор…
Читайте нас: