Яңы Йыл кисәһенә маскарад костюмдары, битлектәр кейеп барырға ҡарар иттек. Кескәйҙәр төлкө, ҡуян, бүре, айыу булыуҙы хуп күрҙе, йәшерәктәргә принцесса, рыцарь образы оҡшай, беҙгә ҡалғаны – Мәскәй әбей ҙә Үлемһеҙ Кащей. Шулай шау-гөр килеп йыйынып йөрөгәндә ике йәшлек ир бала: “Битемде йәшергем килмәй”, тип илай башламаһынмы!
Беҙ ғүмеребеҙ буйы төрлө сүрәткә инеп, ҡулай битлектәр артына йәшенеп йәшәүҙе үҙ итеп, ғәҙәт итеп алғанбыҙ, ике йөҙләнергә өйрәнгәнбеҙ, ә бына баланың саф, тапланмаған күңеле алдыҡты ҡабул итмәй, ул ҡайҙа ла үҙе булып ҡалғыһы килә…