АТАЙСАЛ
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мөхәррир һүҙе
30 Ноябрь 2018, 13:03

Ауыр итектәр

Fәбиҙулла ағай ғүмере буйы ҡырсылыҡ бригадиры булды. Көн торошона ҡарап йәй көндәре өҫтөнә оҙон еңле сатин күлдәк, арзан тауарҙан тегелгән пинжәк, һалҡындар төшһә—буҫтау бишмәт, рашҡыла көләпәрәле брезент плащ кейә, ҡара ерҙә—аяғында ауыр итектәр, йыл әйләнәһендә ҡулына… һигеҙҙән үрелгән сыбыртҡы тота! Мәгәр бер ҡасан да ҡоралын урынлы-урынһыҙ сысаңлатманы: атына ла һуҡманы, яндырайланып кешегә лә киҙәнмәне. Атлаған ыңғайы усына йомарлаған сыбыртҡыһын ҡуңыстарына шапылдата һуғыу—холҡона һеңгән ғәҙәте ине уның. Әүәле бит түрәләр түбәләп эшләтте, арҡа буйын ҡамсылап перәник тәҡдим итте. Ул хаҡта оло йәштәгеләр яҡшы белә. Шуға ла түрәлектең бер осмото итеп Fәбиҙулла ла сыбыртҡы йөрөткәндер, бәлки, кем белә.

Fәбиҙулла ағай ғүмере буйы ҡырсылыҡ бригадиры булды. Көн торошона ҡарап йәй көндәре өҫтөнә оҙон еңле сатин күлдәк, арзан тауарҙан тегелгән пинжәк, һалҡындар төшһә—буҫтау бишмәт, рашҡыла көләпәрәле брезент плащ кейә, ҡара ерҙә—аяғында ауыр итектәр, йыл әйләнәһендә ҡулына… һигеҙҙән үрелгән сыбыртҡы тота! Мәгәр бер ҡасан да ҡоралын урынлы-урынһыҙ сысаңлатманы: атына ла һуҡманы, яндырайланып кешегә лә киҙәнмәне. Атлаған ыңғайы усына йомарлаған сыбыртҡыһын ҡуңыстарына шапылдата һуғыу—холҡона һеңгән ғәҙәте ине уның. Әүәле бит түрәләр түбәләп эшләтте, арҡа буйын ҡамсылап перәник тәҡдим итте. Ул хаҡта оло йәштәгеләр яҡшы белә. Шуға ла түрәлектең бер осмото итеп Fәбиҙулла ла сыбыртҡы йөрөткәндер, бәлки, кем белә. Ул оҙон бер урам булып теҙелгән ауылды ҡояш сыҡмаҫ элек ике урай һәм өй беренсә һәммәһен эшкә ҡыуып йөрөп сыға. Хас та ҡабаланып ҡалҡҡан иртәнге ҡояш инде. Исмаһам бер тапҡыр булһа ла йоҡлап ҡалһа ни булған, юҡ бит, үҙе лә тынғы белмәй, башҡаларға ла бөтмәҫ биҙаһын һала. Ауылдаштар ҙа, беҙ, үҫмерҙәр ҙә, Fәбиҙулланың шул ҡылығына күнегеп, өйрәнеп бөттөк.
Иртәнге йоҡо шул тиклем дә татлы, ә Fәбиҙулла түшәктә маҙырарға ирек бирмәй ыҙалата. Шым ғына ишек алдына килеп инә лә миңә тәғәйен һүҙҙәрҙе усаҡлыҡта сепаратор тотҡаһын өйрөлткән әсәйемә еткерә, ә мин ишетеп ятам:
—Апай, ни хәл?
—Шөкөр генә.
—Малайың йоҡлаймы?
—Йоҡлай шу… Көтөү ҡыуыр алдынан ғына ҡайтты…
—Ай, әттәмгенәһе, оҙағыраҡ йөрөп ташлаған икән дә баһа, сабакы,—бригадир асыуһыҙ ғына ыңғайға һыпыра ла өҫтәп ҡуя.—Уятмаһаң булмаҫ, Һарытай яланындағы бесән көйөрәп бара. Иртәнге ысыҡ һирпелеү менән ир-егеттәр кәбән ҡойорҙар, өс саталы күкрәк һәнәге биреп ебәрергә онотма. Улыңды әйтәм, апай, биле нығынып өлгөрмәһә лә, килеп тороп оһолло, күбәне тотошлайы менән сәнсеп алып ырғыта!
Маҡтау кемгә килешмәһен, әсәйемдең тауышы ирәмһеп ишетелә:
—Атаһына оҡшаған. Ул да ғәйрәтле ине.—Шулай тип берауыҡ онотола ла ысынбарлыҡҡа әйләнеп ҡайта.—Әллә, тим, әҙерәк йоҡлаһынмы?
Теге йәнә килешә:
—Ауылды беренсе ҡат ҡына урауым бит әле, йоҡлаһын, әйҙә, мин кире әйләнеп килгәнсе. Ҡыҙҙар күрше аҡланға күбәләүгә сығалар бөгөн, шул хаҡта егеттәргә әйтә-әйтә йөрөп ятам әле. Гармун да алһындар. Әгәр эш ырамлы ғына китһә төшкө аш мәлендә ярты сәғәт самаһы күңел асып алырға ла форсат сығыр.
Шулай тип йөрәкте ҡымырйытып йәнгә өмөт орлоғо ырғыта ла ҡапҡаны шығырҙата ябып ары китә. Хәйләкәр, һалпы яҡҡа һалам ҡыҫтырырға хирес бригадир хас та эт ыйығы, ыҡҡа килеп йоҡоңа баш булмайһың икән, ул тағы килә, тағы… Күңелеңдән генә бар донъяны ҡәһәрләйһең, Хоҙайҙан аҙна-ун көн самаһы туҡтамай ямғыр ҡойоуын һорайһың, ялбараһың. Ә ул, үс иткәндәй, яумай ҙа яумай.
Fәбиҙулланы әрләүсе бер мин генә түгел инем. Уны елкәләре йоҡа ирҙәр, йыбытҡы, эш рәтен белмәгән бисә-сәсә яратманы. Гел бер төрлө итеп тиргәйҙәр: «Уға нимә, атына ҡырын ятып анһат шөғөлдә йөрөй. Мал ише сыбыртҡы менән ярып ҡырға ҡыуыуы еңел ул!» Ә ялҡауҙан, уҫалдан, ҡанһыҙҙан һалдырып яманланған түрә ауыл тирәһендәге бихисап мәшәҡәттәрен ҡабалан тамамлай ҙа ҡырҙар ҡыҙырып сығып китә, арба тәгәрмәстәрен келтерҙәтеп ҡараңғы төшкәс кенә ҡайтып күренә.
Fәбиҙулланың улы Насырйән менән тиңдәштәр инек. Ул клубҡа йыш ҡына атаһының кирза итектәрен кейеп сыға. Бейегәндә аяҡ тауыштары айырылып ишетелеп торһон өсөн. Ә бригадирҙың сигәләнгән үксәләренең ҡаҡ иҙәнгә шаҡылдауы клубтың асыҡ ишегенән ауылдың икенсе осона саҡлы ишетелә һымаҡ.
Уйындан ҡайтышлай Насырйәндәрҙең баҡса ултырғысында ултырабыҙ. Ул һүҙ араһында әйтә ҡуйҙы:
—Атайымдың итектәре шул тиклем дә ауыр, бейегәндә арманһыҙ булаһың, ә ул көндәр буйы эштә нисек йөрөйҙөр…
Эшләгән эштең мәшәҡәтен ситтән күҙәтеп сафсата һатыусы түгел, башҡарған кеше, тартҡан йөктөң ауырлығын мисәүгә теркәлгәндән ғәйре төпкә егелеп тартҡан ат белә.