Бөтә яңылыҡтар
Мөхәррир һүҙе
12 Ноябрь 2018, 07:14

Ғатаулла ҡоҙоғо

Беҙҙең ауылдан ике-өс саҡырым ситкә, урман төпкөлөнә ҡарай китһәң һуҡмаҡ ҡырында ҡоҙоҡ бар. Таш аҫтынан һарҡып сыҡҡан инеш юлына тутыҡмай торған торба һалынғанға һыу улаҡтан йүгергәндәй ҡулай аға. Уның ағышына ауырлыҡһыҙ силәгеңде ҡуйырға, бер нәмәһеҙ килһәң ҡуш усыңды тоторға мөмкин. Һалҡынлығы менән ҡулдарыңды өткән һыуҙы уртлаһаң тештәр ҡамашып китә, йәнеңә аңлата алмаҫлыҡ сафлыҡ бөркөлә. Ҡоҙоҡтың тирә-яғы, эргәләге бәләкәй аҡлан матур итеп таҙартылған. Бер һүҙ менән әйткәндә был ер ожмах төйәге, бөхтәлек сығанағы. Беҙ бала саҡта уҡ уны кеше араһында күҙгә-башҡа салынып бармаған Fатаулла исемле ағай эшләп ҡуйғайны. Эшләп ҡуйҙы ла үҙе баҡыйлыҡҡа күскәнсе шул тирәне тәртиптә, таҙалыҡта тотто. Хәҙер ул ҡоҙоҡто барыһы ла Fатаулла ҡоҙоғо тип йөрөтә. Ауылыбыҙҙан билдәле кешеләр күп сыҡты, мәгәр уларҙың исемдәре ваҡыт үтеү менән онотолоп бара, ә бына яп-ябай ауыл кешеһе Fатаулланың исеме ҡолаҡта. Сөнки ул үҙенән һуң саф һыулы ҡоҙоҡ ҡалдырҙы.