Бөтә яңылыҡтар
Мөхәррир һүҙе
16 Сентябрь 2018, 17:08

Көҙгө

Танышым һөйләп торҙо:—Ейәнсәрем ҙурайған һайын иртәнән алып кискә ҡәҙәр көҙгө ҡаршыһында бөтөрөлә.—Ә үҙең һуң, унда ҡарағаның бармы?—тигән һорауҙы ҡыҫтырҙым.—Нимәгә?! Арыған, таушалған кешене күргәнем юҡмы ни минең! Көҙгөгә баҡмаһам да башымда ҡырамалай ҡырҡ хәстәр, үткәндәрҙе хәтерҙә яңыртам, тыуыр көндө ҡайғыртам. Көҙгөгә ҡараһам унда йөҙөм түгел, ана шул уйҙарым сағылалар төҫлө…Шулай инде, әҙәм балаһы олоғая барған һайын икенсе көҙгөгә йышыраҡ ҡарай. Күңел көҙгөһөнә…

Танышым һөйләп торҙо:
—Ейәнсәрем ҙурайған һайын иртәнән алып кискә ҡәҙәр көҙгө ҡаршыһында бөтөрөлә.
—Ә үҙең һуң, унда ҡарағаның бармы?—тигән һорауҙы ҡыҫтырҙым.
—Нимәгә?! Арыған, таушалған кешене күргәнем юҡмы ни минең! Көҙгөгә баҡмаһам да башымда ҡырамалай ҡырҡ хәстәр, үткәндәрҙе хәтерҙә яңыртам, тыуыр көндө ҡайғыртам. Көҙгөгә ҡараһам унда йөҙөм түгел, ана шул уйҙарым сағылалар төҫлө…
Шулай инде, әҙәм балаһы олоғая барған һайын икенсе көҙгөгә йышыраҡ ҡарай. Күңел көҙгөһөнә…