Бәләкәй сағым. Мәктәпкә барырға йыйынып ҡына йөрөй инем шикелле, шул ете йәштәр самаһы булғандыр. Әсәйем ауыл осондағы типһәндә өй күтәрергә итте. Башта оҫталар яллап уҫаҡ бураны Серек Баһыу урманында бураттыҡ. Шуны ат менән оҙон арбаларға тейәп алып ҡайтып ҡороп-күтәрергә өмә ниәтләнек. Берәй донъяуи мәшәҡәт килеп сыҡһа, беҙҙең яҡта төбәп әйтеп-саҡырып йәүкәләмәйҙәр, урам буйлатып ҡолаҡтан-ҡолаҡҡа хәбәр генә ебәрәләр, арт менән шыуғандарҙан башҡаһы йүгерә һалып килеп етә. Дуҫы ла, дошманы ла, тигәндәй. Өмәлә хаслыҡ, яманлыҡ онотолоп тора бер аҙға: әңгәмәләре берекмәгәндәрҙең һүҙҙәре килешә, ирешкәндәр-талашҡандар яраша, йоҙроҡ төйгәндәр ҡул бирешә, ҡырын ҡарағандар үпкәләрен онотоп бер-береһенә йылмайып баға. Дөйөм эш, дөйөм хеҙмәт йәнгә дауа, күңелгә шифа шул. Әүәле ошондайыраҡ берҙәм ярҙамға дәррәү, бер төптән тотона ине халыҡ. Ҡулымдан ҡул ярыһы эш килмәһә лә, мин дә, ыштан балаҡтарын бөрөп күтәреп, йорт хужаһы сифатында яҡындағы урман менән ауыл осо араһында етди ҡиәфәттә ҡара тиргә батып йүгермәләп йөрөйөм. Бына дүрт мөйөшөнә Олотауҙың яҫы таштарын һалып, бүрәнәләр араһына Баланлы Үҙәк буйынан йолҡҡан һаҙ мүген ҡыҫтырып беренсе ниргәне йүгерттеләр, шунан икенсеһен теҙҙеләр, ары өсөнсөһөн тарттылар. Китте хутлы ғына. Ҡыуанысымдың сиге юҡ, беҙҙең дә башҡаларҙыҡы ише ҙур, яҡты йортобоҙ буласаҡ, юғиһә ауылдың урта тошондағы мунсалай бәләкәй, һалам ҡыйыҡлы, сереп бер яҡҡа аушайған торлағыбыҙ бигерәк күрмәлекһеҙ. Шулай бер быуа ҡымғырлаштырып алған ир-ат көндөң эҫелегенә һылтанып, ашаулыҡ йәйеп тамаҡ сылатып, һыуһын ҡандырып алырға итте. Бөгөн генә ул араҡы тигән нәмә һәр кибеттә шауҙырлап ултыра, ғарҡ булғансы, бүккәнсе тығынырға мөмкин. Ә ул заманда спиртлы эсемлектәргә ҡытлыҡ килгәнлектән әсәйем оло батманға шәкәр сөгөлдөрөн әрсеп төшөрөп, Өкө Буйы ҡомалағынан бал әсетте, күрше ҡарттан бәрән һарыҡты һыҙыртып алып ит хәстәрләне, бишбармаҡлыҡ һалма йәйеп ҡырҡты. Табынға яңы ултырышҡайнылар ғына, мөлдөрәмә тулы беренсе стакан миңә һонолдо:
—Йә, мужик, күрһәт оҫталығыңды!
—Эскегә һабышмағанмын әле!
Геү итеп ҡалды, көлөп ебәрҙеләр. Апаруҡ хахылдағандан һуң, арғыш бәйләнеүен дауам итте:
—Айыу балаһын да бейергә өйрәтәләр. Өйрәнерһең! Өйрәтербеҙ! Ә хәҙер әйт, ошо күтәрелеп ятҡан бураның хужаһы һинме?
—Уның йылы, яҡты булыуын теләйһеңме?
—Эсерһең, патаму што шулай тейеш, йолаһы шу! Әгәр эсмәһәң хужалығығыҙҙан бәрәкәт ҡасыр, өйөгөҙгә Мәскәй әбей ҙә инеп оялар әле!—тип тә ҡурҡытты, янаны.
Яҡлау, хәлемде аңлау өмөт иткәндәй тирә-яғыма ҡараным. Береһенең дә яр-ҙам итергә, йә юҡ менән булашма, маңҡа малай, тип тыйырға, яндарынан ҡыуалап ебәрергә яйҙары юҡ, киреһенсә, нимә ҡыланыр икән был, тигәндәй һынап тексәйгәндәр. Кәрәк тирәкте йыҡтыра тиҙәр бит, аптырағандың көнөнән, сараһыҙлыҡтан стаканды ыҙалай-йонсой бушатып ҡуйҙым.
—Эрәхмәт…—Уҡшыуымды баҫып шулай тинем дә күңелем болғанғанға ситкә йүнәлдем.
—Юҡ инде,—тип еңемдән тартып туҡтатты теге ҡуйырҙан-ҡуймаған көсләүсе,—мынау бура нисә мөйөшлө әле, йә хисапла?
—Ызнашит, өҫтәп тағы ла өсәүҙе бушатырға әбязанһың!
—Бәләкәй ҡорһағыма һыймай, унысама бал…
—Ә һин нисек тә һыйҙыр. Бына, дәдәңдәргә бата бит. Эскебеҙ килгәндән ултырабыҙ, тиһеңме әллә? Һеҙҙең буласаҡ өйөгөҙ арыу сыҡһын тип ыҙаланабыҙ беҙ ҙә!—Тарбайып ебәреп бирән ҡорһағын ыуҙы.
—Эсмәйемсә, йонсомайынса ғына ҡотло, йылы булһын, тип теләк теләй ҙә ҡуяйыҡ.
—Хитырыйһың да инде, шилма! Юҡ шул, ярамай, бармай. Һәр нимәне башта әснәвәттельны итеп, урын-еренә еткереп йыуырға кәрәк, шул саҡта ғына ул яҡты, чиста була. Тот!
—Үҙегеҙ генә… Минең йөрәгем уйнай...—Башҡалар алдында ҡоҫоп ебәрмәҫ өсөн усым менән ауыҙымды томаланым.
—Һин кәпәс-фәлән кейәһеңдер ул?
—Мынау ерҙә һемәгең дә барҙыр әле?—Көтмәгәндә эсемдең аҫтына төртөп ебәрҙе. Тертләп сатымды ҡулдарым менән боҫормаланым, мәнеһеҙ шаяртыуҙан оялып бурҙаттай ҡыҙарҙым. Тағы ла кешәнәп көлөп ебәрҙеләр. Ошондай мәлде һағалаған тәпәнсе эсле сәйнүктән стаканға бал ағыҙҙы ла зәһәр эсемлекте оло ауыҙына түңкәрҙе. Йотоп аҙапланмағас сытырайманы ла хатта. Бал артынан һимеҙ һебә юлланғас йөнлө ҡул һырты майлы ирендәрҙе һыпырҙы. Ҡәнәғәт кикереү ишетелде:
—Китте, һеңде былары ла…—Башланған фекер ялғанды.—Ызнашит, ирһең. Әсәйеңдең сәләмәт булыуын теләйһеңме?
—Улайһа былай хәл итәбеҙ. Бер ҡырлы стакан әсәйеңә юҡ тигәндә егерме йыл ғүмер өҫтәһен әбизәтельны, тип йот. Өс эстәкән, егермешәр йылдан йәмғеһе алтмыш була. Ну?!.
Күҙҙәремде сытырҙатып йомоп тағы ла өс стаканды бушаттым. Ҡалғанын хәтерләмәйем. Бер яҡ ситкә, ҡаҡланға, әрем араһына барып ауып быулығып ҡоҫа башланым. Күҙҙәрем алдында донъя һелкенә, зыр әйләнә, юҡ, ер шары ауып, күсәренән ысҡынып бара төҫлө. Юғарыға ҡараным, төпһөҙ бушлыҡта йөҙгән болоттар тауға-ҡаяларға әүерелеп өҫтөмә ишеләләр, башыма бәрелгән таштарҙан мейе зыңҡый, күҙҙәрем алдында хәтәр осҡондар һикерешә. Бер аҙҙан шул күк төпкөлөндә, болоттар араһында әсәйемдең йәшләнгән күҙҙәре пәйҙә булды, ямғыр яуырға йыйынмаһа ла ҡаҡ маңлайыма ике бөртөк тамсы ла тамғандай итте, ел иҫкәндәй һаҡ тауыш ҡолағыма салынды:
—Нимә ҡыландың ул, балам?
—Йортобоҙға ҡот ҡайтарттым, әсәй, тағы һиңә ғүмер өҫтәнем…
—Эскелек йәшәүгә бәрәкәт килтермәй һис ҡасан, ошоғаса эсеп бер кемдең дә бәхетле булғаны юҡ әле…
Хәҙер эсмәйем. Хәйер, ғүмерем буйы хәмер-шарапҡа битарафмын, сөнки әйләнә-тирәмә, кешеләргә мәғәнәһеҙ ҡараш менән ҡарарға күнекмәгәнмен. Иҫерһәм йә тағы тотош ер һелкенә башлар, йә һуңғы сиктә күсәренән ысҡынып көллөһөнөң тормошон харап итер. Ер шарында бер мин генә йәшәмәйем дә баһа. Юғарыға ҡараһам Йыһандан әсәйемдең йәшле күҙҙәре ҡарайҙар төҫлө, ә хәбәр ташыусы үткенсе ел уның шыбырҙаған тауышын ҡолағыма килтереп еткерә: