АТАЙСАЛ
-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мөхәррир һүҙе
23 Июль 2018, 09:09
Аҡылһыҙлыҡ
Бер әсә ике йылдан ашыу улының әрменән ҡайтырын көттө. Түҙемһеҙләнеп, көндәрен генә түгел, сәғәттәрен һананы. Әсә күңеле—балала, бала күңеле далала, тиҙәр бит. Тегеһе ҡайтты ла, күп тә тормаҫтан, әсәһен тағы ла ике йылға яңғыҙын ҡалдырып, район үҙәгенә эшкә китте, сөнки елғыуарға ҙур ер, йәштәр күп булған урын кәрәк ине.Ошо хаҡта улыма һөйләп алдым.—Ҡалай бәғерһеҙ, ҡаты күңелле, аҡылһыҙ булған икән ул егет,—тине улым.—Килешәм, ғәҙел баһа бирҙең,—тим ситкә ҡарап.—Ә һин беҙҙе бер ваҡытта ла иғтибарыңдан ҡалдырма, барлығыбыҙҙы, ярҙамыңа, иғтибарыңа мохтаж икәнлегебеҙҙе онотма, хәтереңдән сығарма!Ул бәғерһеҙ, ҡаты күңелле, аҡылһыҙ кеше мин инем бит! Улыма ошо хаҡта әйтһәм, ҡәҙерем китер, уға кәрәгем бөтөр һымаҡ. Өсөнсө затта һөйләп сит кешене яманлау еңел, ә бына үҙеңде ғәйепләү...
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?