АТАЙСАЛ
-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мөхәррир һүҙе
13 Июль 2018, 17:05
Хыял атым
Бала саҡтан, һигеҙ йәшем тулыр-тулмаҫтан салғы тоттом. Әсәйҙең ҡулы эштән бушамағас, ун ике йәштән үҙаллы бесән саба торғайным. Тапалмаған, аңҡау салғы менән көнө буйы ҡара тиргә батып, селлә ипкенендә ҡаҡланыу үҙәккә үтә. Тәүге осорҙа киң итеп алдыра ла алмағанмындыр, артымда һәрпенделәр ҙә һәрпәйеп ултырып ҡалғандыр, кем белә, тик ваҡыт үтеү менән өйрөлтөп һелтәгән, таҡыр итеп төптән сапҡан оҫта салғысы инем. Ҡул менән ағас төптәрен соҡоғанды өйөштөрөп бер кәбәнлек әҙерләйем әҙерләүгә, тик күбәләрҙе тарттырырлыҡ ат табып булмай ҙа ҡуя. Көнөм атлы ағайға ҡала, ә ул буштың атаһы күптән үлгән, тип ат биреп торған өсөн мине бер аҙна үҙенең бесәнен сабырға яллай. Йөрөйөм көнлөктә, кеше сабынлығында, ҡара таңдан ҡояш байығансы ус ҡабартып. Ниһайәт, бына бәхет, һыбай атланып ҡайтып инәм. Атҡа менһәң ике баш-ҡа үҫеп киткәндәй булаһың икән ул, йәнә тотош ауыл ус төбөндәгеләй асыҡ күренә. Мине ҡыйырһытҡандар, танау сөйөп йөрөгәндәр күҙ менән ҡаш араһында аҫта, түбәндә ҡала, хатта төпөш буйлы ат хужаһы ла ҡандала ише бахыр ҡиәфәттә икән, тыңҡыш кәүҙәһен үксә менән баҫып һытырға, иҙергә мөмкин.Хәҙер ҙә үҙемде иртәнән алып ҡояш байығансы бесәндә йөрөгән таҡыр башлы малай хәлендә тоям. Аҡ ҡағыҙҙағы юлдар артымда туғарланып ятып ҡалған ҡалын бакуйҙар һымаҡ. Хеҙмәтемә бүләккә… бына бит мөғжизә, хыял үҙенең илһам атын ебәрә. Һыбай атланһам, йондоҙло асманға ашам, ә унан тотош ер шары ус төбөндәгеләй асыҡ күренә. Минән аҫта тормош ваҡлыҡтары…
Читайте нас:
Новости партнеров
Ҡыш ҡасан килә?
Уфимский лимонарий – точка притяжения туристов со всех концов России
Балтачлар аккошлар гаиләсе өчен борчыла