Бөтә яңылыҡтар
Мөхәррир һүҙе
10 Июль 2018, 09:41

Күпер

Мортаза ағай ғүмере буйы прораб вазифаһында күпер төҙөү эше менән шөғөлләнде. Үҙебеҙҙә генә түгел, күрше район йылғалары аша һалынған таш ҡоролмалар мотлаҡ уның исеме менән бәйле. Эшен бөтөрөү, ослау менән уны рәсми рәүештә асҡанға ҡәҙәр әле иң әүәл үҙе плитә майҙансыҡты бер итеп бе-йергә төшөп китә икән. Ҡәнәғәт ҡалыуынан. Ҡыуанысынан. Шул ағай ҡартайып яңғыҙы ҡалғас ҡаланан фатир һатып алды. Хәлен белә барғанда ул әсенгәндәй итеп һөйләп ултырҙы:—Бер ярҙы икенсеһе менән тоташтырыу уйынан ғына түгел, күңелдәр берләшһен, һыу менән быуылған юлдар тоташһын, кешеләр береһе икенсеһе менән ауырлыҡһыҙ ҡатышып, аралашып йәшәһен тип ғүмерем буйы йәйәүлеләр арҡылы сыҡмалы ағас баҫмалар, ылаулылар елеп үтмәле таш күперҙәр һалдым. Ошо кәрәкле шөғөлөмдөң осона сыға алманым, тәки. Ҡитғаларҙы берләштереүсе күперҙәр емерелә, юҡҡа сыға—шуныһы йәл. Илдәр араһында ғына түгел, кеше мөнәсәбәттәрендә лә. Бөгөн баҫма-күперҙәр һалмайҙар, ике араға бейек һәм ҡалын стеналар ҡалҡыталар бары. Шуға әҙәм балаһы яңғыҙ, зиндандағы тотҡондай таш диуарына бикләнгән.