Бөтә яңылыҡтар
Мөхәррир һүҙе
2 Июль 2018, 17:41

Ҡыҫынҡылыҡ

Өйләнешкәс дөйөм ятаҡта йәшәнеләр. Бер өҫтәл, ике ултырғыс, тимер карауат һыймалы ҡыҫынҡы ғына өкәлтәктә. Шунан аҡса йыйыштырып, өҫтәп кредит алып бер бүлмәле фатирлы булдылар. Бында ла артыҡлап иркенләрлек түгел ине. Хәлдәрен белешһәм хәбәрҙе шунан башлай: «Аҡса еткереп булмай ҙа ҡуя, беҙҙә ни һаман да теге тимер карауат, шунда киленең менән сейәлешеп йоҡлап йөрөйбөҙ әле!» Күптән түгел фатирҙың еллеһен, ҡала уртаһындағы дүрт бүлмәлеһен һатып алдылар. Балалары уҡыуҙы тамамлап ситкә киткәйне, икәүҙән-икәү генә тороп ҡалдылар. Урамда тап иткәйнем ҡыуанып һөйләп торҙо:—Икебеҙгә иркен дүрт бүлмә, көн һайын шуларҙа сиратлап ҡунып сығабыҙ. Айырымланып.Ҡунаҡ йыйҙыҡ. Ситтән килеүселәрҙе ҡайтарманыҡ. Ҡунаҡсыллыҡ күрһәтергә теләп теге танышымды ла ҡыҫтаным:—Таңға ҡарай йонсоп йөрөгәнсе ҡалығыҙ ҙа ҡуйығыҙ. Күңел киң булһа ултырышты терәр урын табыла ул.—Йоҡлау өсөн хәҙер беҙгә айырым бүлмәләр кәрәк икәнлекте беләһең дә инде.—Әллә уйындағын әйтте, әллә шаяртып, аңғарманым.Хушлашып ҡайтып киттеләр. Үҙҙәренең фатирҙарында йоҡларға. Иркен бүлмәләрҙә. Айырымланып. Бер-береңдән һыуынмау, биҙмәү, яҡыныраҡ булыу өсөн, етешһеҙ, мохтаж, ҡайһылыр кимәлдә ҡыҫынҡы көн итеү ҙә кәрәктер ул ҡайһы саҡта.

Өйләнешкәс дөйөм ятаҡта йәшәнеләр. Бер өҫтәл, ике ултырғыс, тимер карауат һыймалы ҡыҫынҡы ғына өкәлтәктә. Шунан аҡса йыйыштырып, өҫтәп кредит алып бер бүлмәле фатирлы булдылар. Бында ла артыҡлап иркенләрлек түгел ине. Хәлдәрен белешһәм хәбәрҙе шунан башлай: «Аҡса еткереп булмай ҙа ҡуя, беҙҙә ни һаман да теге тимер карауат, шунда киленең менән сейәлешеп йоҡлап йөрөйбөҙ әле!»
Күптән түгел фатирҙың еллеһен, ҡала уртаһындағы дүрт бүлмәлеһен һатып алдылар. Балалары уҡыуҙы тамамлап ситкә киткәйне, икәүҙән-икәү генә тороп ҡалдылар. Урамда тап иткәйнем ҡыуанып һөйләп торҙо:
—Икебеҙгә иркен дүрт бүлмә, көн һайын шуларҙа сиратлап ҡунып сығабыҙ. Айырымланып.
Ҡунаҡ йыйҙыҡ. Ситтән килеүселәрҙе ҡайтарманыҡ. Ҡунаҡсыллыҡ күрһәтергә теләп теге танышымды ла ҡыҫтаным:
—Таңға ҡарай йонсоп йөрөгәнсе ҡалығыҙ ҙа ҡуйығыҙ. Күңел киң булһа ултырышты терәр урын табыла ул.
—Йоҡлау өсөн хәҙер беҙгә айырым бүлмәләр кәрәк икәнлекте беләһең дә инде.—Әллә уйындағын әйтте, әллә шаяртып, аңғарманым.
Хушлашып ҡайтып киттеләр. Үҙҙәренең фатирҙарында йоҡларға. Иркен бүлмәләрҙә. Айырымланып. Бер-береңдән һыуынмау, биҙмәү, яҡыныраҡ булыу өсөн, етешһеҙ, мохтаж, ҡайһылыр кимәлдә ҡыҫынҡы көн итеү ҙә кәрәктер ул ҡайһы саҡта.
Читайте нас: