Бөтә яңылыҡтар
Мөхәррир һүҙе
22 Июнь 2018, 13:45

Күстәнәс

Күгәрсен ояһылай кескәй генә өкәлтә-гендә яңғыҙы көн иткән Вазифа ҡарсыҡ бик йыш ҡына хәл белергә тип беҙгә инеп сыға торғайны. Fәҙәттә йоманан һуң. Апайым һәм мин уның килә ятҡанын әллә ҡайҙан күреп ҡалып ҡаршы йүгереп сығабыҙ ҙа рөхсәт-маҙар һорауҙы ла кәрәк һанамай ҡунаҡтың кезәкәй кеҫәләренә тығылабыҙ, ә унда беҙгә тип тәғәйенләнгән күстәнәс була: бер ике бөртөк кәнфит, өрөк, перәник, юҡ тигәндә ҡуш ус самаһы ҡурмас. Ҡунағыбыҙ ике ҡулын ике яҡҡа йәйеп шул килтергәндәрен алдыра ла эс яҡҡа ҡарай атлай. Ә беҙ өй нигеҙенә һағып, әҙләп кенә ҡабып тәмлекәстәрҙе тәмләп кинәнәбеҙ, рәхәтләнәбеҙ.

Күгәрсен ояһылай кескәй генә өкәлтә-гендә яңғыҙы көн иткән Вазифа ҡарсыҡ бик йыш ҡына хәл белергә тип беҙгә инеп сыға торғайны. Fәҙәттә йоманан һуң. Апайым һәм мин уның килә ятҡанын әллә ҡайҙан күреп ҡалып ҡаршы йүгереп сығабыҙ ҙа рөхсәт-маҙар һорауҙы ла кәрәк һанамай ҡунаҡтың кезәкәй кеҫәләренә тығылабыҙ, ә унда беҙгә тип тәғәйенләнгән күстәнәс була: бер ике бөртөк кәнфит, өрөк, перәник, юҡ тигәндә ҡуш ус самаһы ҡурмас. Ҡунағыбыҙ ике ҡулын ике яҡҡа йәйеп шул килтергәндәрен алдыра ла эс яҡҡа ҡарай атлай. Ә беҙ өй нигеҙенә һағып, әҙләп кенә ҡабып тәмлекәстәрҙе тәмләп кинәнәбеҙ, рәхәтләнәбеҙ. Өләсәйем уңайһыҙланғандай итеп әйтә:
—Китсе, ҡорлашбикә, балаларҙы ул тиклем дә яман өйрәтмәһәңсе, өйөңдәге тәм-томдо тотошлайы менән уларға ташыйһың әллә?
—Юҡ, Ҡыҙбикә, кеше кешегә күстәнәсһеҙ инергә тейеш түгел. Ошо балалар-ҙың япраҡ дәүмәле устарына күстәнәс һалыуым йөрәгемде ҡыуаныс менән тултыра.
Вазифа инәй ҡайта-ҡайта хәл белеүҙе дауам итте. Үҫә барған һайын мөғжизәле, йомарт кеҫәгә тығылыу ғәҙәтен дә ҡуйҙыҡ, оноттоҡ. Мәгәр инәйебеҙ һаман да ҡоро ҡул килмәй. Инеү менән урындыҡ ситенә һағып аят бағышларға керешеп китә лә иң аҙаҡтан йыйырсыҡтар сыбарлаған биттәрен һыпырып былай ти:
—Бына һеҙгә бөгөн, аҙна байрамында изге сүрәнең бер аятын килтерҙем әле. Бала саҡта аңыма һеңгән йоланы бөгөн мин дә еренә еткереп үтәргә тырышам. Барған еремә ҡағылышлы һөйөнсө, яҡшы һүҙ, яҡты йөҙ алып киләм үҙем менән. Ошонан да ҙурыраҡ күстәнәс юҡтыр…