Бөтә яңылыҡтар
Мөхәррир һүҙе
9 Июнь 2018, 16:32

Ҡайһы алма тәмлерәк

Мәжлестә ултырабыҙ. Өс-дүрт йәшлек ҡыҙ бала тотош табындың йәме: ҡайҙа теләһә шунда ултыра, ни теленә килә шуны тәтелдәй. Үҙен ҡурсаҡтай матур итеп кейендергәндәр бит әле.Бына ул тартыныуһыҙ үрелеп өҫтәлдәге һауыттан ике ҡулына ике алманы эләктерҙе. «Ҡыҙым, ошо алманың ҡайһыныһын яратҡан әсәйеңә бирәһең инде?»—тине йәш ҡатын ҡыҙының йомартлығын, фәҡәт уны ғына яратыуын күрһәтергә теләп. Ҡыҙ уртаға сығып баҫты ла иң башта бер алманы тешләп алды, шунан икенсеһен. Ә үҙе ниҙер хәл иткәндәй урынынан ҡуҙғалмай. Башҡалар алдында ҡыҙының уңайһыҙ хәлгә ҡалдырыуын һиҙҙерергә теләмәгән әсә һылтауын табып аш бүлмәһенә ашыҡты. Бер аҙҙан кире күренгәйне, урынынан ҡымшанмаған бала ике алманың береһен әсәһенә һондо: —Әсәй, мин емештәрҙең икеһен дә тәмләп ҡараным, бынау татлырағы һиңә булһын! Көтөлмәгән тәҡдимдән юғалып ҡалды йәш әсә, шунан балаһын ҡосаҡлап алды. Уның күҙҙәре йәшләнгәйне…

Мәжлестә ултырабыҙ. Өс-дүрт йәшлек ҡыҙ бала тотош табындың йәме: ҡайҙа теләһә шунда ултыра, ни теленә килә шуны тәтелдәй. Үҙен ҡурсаҡтай матур итеп кейендергәндәр бит әле.
Бына ул тартыныуһыҙ үрелеп өҫтәлдәге һауыттан ике ҡулына ике алманы эләктерҙе. «Ҡыҙым, ошо алманың ҡайһыныһын яратҡан әсәйеңә бирәһең инде?»—тине йәш ҡатын ҡыҙының йомартлығын, фәҡәт уны ғына яратыуын күрһәтергә теләп. Ҡыҙ уртаға сығып баҫты ла иң башта бер алманы тешләп алды, шунан икенсеһен. Ә үҙе ниҙер хәл иткәндәй урынынан ҡуҙғалмай. Башҡалар алдында ҡыҙының уңайһыҙ хәлгә ҡалдырыуын һиҙҙерергә теләмәгән әсә һылтауын табып аш бүлмәһенә ашыҡты. Бер аҙҙан кире күренгәйне, урынынан ҡымшанмаған бала ике алманың береһен әсәһенә һондо:
—Әсәй, мин емештәрҙең икеһен дә тәмләп ҡараным, бынау татлырағы һиңә булһын!
Көтөлмәгән тәҡдимдән юғалып ҡалды йәш әсә, шунан балаһын ҡосаҡлап алды. Уның күҙҙәре йәшләнгәйне…