Төрөк солтаны Сөләймән үлер алдынан янына ғәскәр башлығын саҡыртып алған да һуңғы өс васыятын әйткән: беренсеһе—уның табутын империяның иң күренекле табиптары күтәреп барырға бурыслылар, икенсеһе—зыяратҡа еткәнсе ике яҡ юлға өҙлөкһөҙ уның ғүмере буйы йыйған алтын тәңкәләрен һәм аҫыл таштарын һипһендәр, өсөнсөһө—табуттан уның ике ҡулы ла мотлаҡ күренеп барырға тейеш.
Аптыраған, ғәжәпкә ҡалған ғәскәр башлығы солтандан сәйер васыяттың маҡсатын асыҡлауҙы үтенгән. «Уның асылы бик ябай,—тигән солтан,—бар халыҡ шуға инанһын: әҙәм балаһын әжәлдән иң шәп табиптар ҙа ҡотҡарып ҡала алмай, алтындарымды юлға һибергә ҡушыуымда ла бер ниндәй ҙә сер юҡ, ерҙән алынған байлыҡ һәр ваҡыт ерҙә ҡала, ике ҡулымдың буш икәнлеген дә күрһендәр, сөнки мин әхирәткә үҙем менән бер нәмәне лә алып китә алмайым!»
Ошо аҡыллы, тәрән мәғәнәгә эйә һүҙҙәрҙе нәфселәрен тыя белмәгән олигархтар, байлыҡ йыйып күҙҙәре тонған замана миллиардерҙары ишетһә, уны тормош девизы итеп алһа, бөгөнгө йәшәүебеҙ әллә күпмегә ғәҙелерәк һәм мәғәнәлерәк булыр ине!