Хатта билдәле Саҡ менән Суҡ фильмы геройҙары ла, Санкт-Петербургтың башҡорт һылыуҡайы исемен йөрөтөүсе лә Рәсимә Мир ҡыҙының уҡыусылары. Уның уҡыусылары йыл һайын “Мин-эҙләнеүсе” республика конкурсының еңеүселәре булып таныла, төрлө кимәлдәге ижади бәйгеләр, олимпиадаларҙа ла һынатмай. Билдәле, һәр еңеү бала менән педагогтың ныҡышмал эшмәкәрлеге аша яулана.
Мәғлүмәти-коммуникатив, уйын, үҫтереүсе технологияларҙы урынлы ҡулланыу остазды яңынан яңы уҡыу-уҡытыу ысулдарын файҙалы сараға әйләндереүгә, белемен һәр саҡ камиллаштырыуға этәрә. Рәсимә Тусалина--«Йыл уҡытыусыһы», «Инфо-урок» кеүек конкурстар лауреаты. Йәш коллегаларына тапшырыр тәжрибәһен Рәсимә Мир ҡыҙы бихисап семинар-кәңәшмәләрҙә йәштәргә ихлас өләшә. Юғары квалификациялы педагогтың уҡыусылар коллективын бер усҡа төйнәгән көслө характеры дәрестән тыш эшмәкәрлекте берҙәй оҫта һәм файҙалы итеп алып барыуында ла сағыла. Быларҙан тыш Йылайыр ауылының Мәҙәниәт һарайында шөғөлләнгән тәрбиәләнеүселәрен йыш ҡына район-ара, республика йыр һәм бейеү конкурстарында күрергә мөмкин. Һәр шөғөл баланы оло тормошҡа әҙерләүҙә, яуаплылыҡ, ныҡышмаллыҡ кеүек күркәм тойғолар тәрбиәләүҙә мөһим сара, тип иҫәпләй оҫта педагог.
Рәсимә Мир ҡыҙы ата-әсәләр менән дә тығыҙ бәйләнештә эшләй. «Хәтерләйем. Ғорурланам!» республика акцияһы, Шәжәрә байрамы һәм башҡа илһөйәрлек рухындағы сараларға Рәсимә Мир ҡыҙының уҡыусылары баш-көллө сума. Балалар ата-әсәләре менән берлектә быуындар сылбырын яңырта, аудио-видео альбомдар яҙҙырта, тарихта ҡалған ваҡиғалар менән таныша.
Бәхетле белгестең ғаилә усағы ла гөрләп тора. Рәсимә Мир ҡыҙы тормош иптәше Юнир Юлай улы менән ике малайға әсәй-атай. Оло улдары—Мөнир атаһы юлынан китеп, йәмәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин итһә, кескәй Илмир мәктәпкә әҙерләнә генә.
Эшһөйәрлек, ныҡышмалыҡ, тәүәкәллек кеүек сифаттар Рәсимәгә ата-әсәһе Мир Шәрифулла улы менән әсәһе Ғәлиә Мөҡим ҡыҙынан күскән. Береһенән-береһе матур, уңған ҡыҙҙар үҫтергән Саптаровтар ҡәҙерлеләрендә изге сифаттар тәрбиәләй алған. Гөлирә, Рәсимә, Ләйсән яҡындарының ихтирамын яулап, бер-береһенә ярҙам итешеп матур итеп донъя көтә.
Тынғыһыҙ педагогты Уҡытыусылар көнө менән ҡотлайым! Киләсәктә яңы үрҙәр яуларға, яңы маҡтаулы исемдәр алырға насип булһын!
Альбина Өмөтбаева.