Бөтә яңылыҡтар

Иң шәп уҡытыусы!

Балаларының башҡорт мөхитендә белем алыуын һәм тәрбиәләнеүен теләгән ата-әсәләр ул һәм ҡыҙҙарын башланғыс класта тап Раушания Урал ҡыҙына бирергә тырыша. Сөнки ул уҡыусыларға белем биреп кенә ҡалмай, теүәллеккә, бөхтәлеккә, ғәҙеллеккә, ғөмүмән, тормошҡа яраҡлашырға өйрәтә.

Иң шәп уҡытыусы!
Иң шәп уҡытыусы!

Сибай ҡалаһының Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейының башланғыс класс уҡытыусыһы Бәрәкәтова Раушания Урал ҡыҙы күптән түгел алтын юбилейын билдәләне. Үҙ һөнәренең оҫтаһы 30 йылға яҡын ғүмерен балалар уҡытыуға бағышлаған.

Балаларының башҡорт мөхитендә белем алыуын һәм тәрбиәләнеүен теләгән ата-әсәләр ул һәм ҡыҙҙарын башланғыс класта тап Раушания Урал ҡыҙына бирергә тырыша. Сөнки ул уҡыусыларға белем биреп кенә ҡалмай, теүәллеккә, бөхтәлеккә, ғәҙеллеккә, ғөмүмән, тормошҡа яраҡлашырға өйрәтә.

Раушания Урал ҡыҙының мәғариф өлкәһендәге хеҙмәте бик күп маҡтау ҡағыҙҙары, Почет грамоталары, дипломдар менән баһаланған. Сығарылыш класс уҡыусылары тормошта үҙ юлдарын таба алыуҙарында ла уҡытыусының хеҙмәте ҙур. Элекке уҡыусылары илебеҙҙең төрлө тарафтарына таралып, эшләп йөрөһәләр ҙә беренсе уҡытыусыларын онотмай.

Раушания Урал ҡыҙы тәбиғәте менән ябай, яғымлы, тыныс һәм ярҙамсыл, эшһөйәр. Шул уҡ ваҡытта ул талапсан да. Дәрестәрҙе ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс. Һәр дәресте төрлө ысулдар, алымдар, методик ҡулланмалар, хәҙерге заман технологиялары ҡулланып үткәрә. Республика һәм ҡала күләмендә үткәрелгән сараларҙа, байрамдарҙа, сығыштарҙа бик әүҙем ҡатнаша, призлы урындар яулай.

Ял көндәрендә лә ул беҙҙе музейға, театрға, киноға, экскурсияларға, катокка алып йөрөргә ваҡыт таба.

Уҡытыусыбыҙ беҙҙе яҡшы һәм тырышып уҡырға, тәртипле булырға, бер-беребеҙ менән яҡшы мөнәсәбәттә, дуҫ булырға, ололарҙы, ата-әсәләрҙе хөрмәтләргә, спортты яратырға, сәләмәт тормош алып барырға, тәбиғәтте, тыуып үҫкән ерҙе яратырға, матурлыҡты, хозурлыҡты күрергә, Тыуған илебеҙҙең тоғро, намыҫлы, илһөйәр улдары һәм ҡыҙҙары булырға өйрәтә.

Раушания Урал ҡыҙын хөрмәтләйбеҙ, яратабыҙ!

Айгүзәл Исҡужина, Сибай ҡалаһы Р. Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы уҡыусыһы.

Автор:Гульдар Кадаева