АТАЙСАЛ
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

«Мин-патриот» еңде!

«Алға, Сибай» ойошмаһы Сибай коррекция мәктәбе менән берлектә тормошҡа ашырған «Мин-патриот» проекты Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фондының 2023 йылғы беренсе конкурсында еңеүселәр иҫәбенә инде!

«Мин-патриот» еңде!
«Мин-патриот» еңде!

«Мин-патриот» проекты инвалид һәм сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы патриотик рухта тәрбиәләүгә йүнәлтелгән. Уға ярашлы 7-18 йәшлек балалар һәм үҫмерҙәр өсөн мәктәптә һәм ҡаланың мәғариф, мәҙәниәт учреждениеларында ошо йүнәлештә төрлө яҡлап саралар уҙғарыласаҡ. Проект алты ай эсендә тормошҡа ашырыла, уға йомғаҡ Халыҡ-ара инвалидтар көнөндә яһаласаҡ.

Мөһим сара сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле балаларға аралашыу даирәһен киңәйтергә, социаль изоляция тойғоһон кәметергә, йәмғиәттә гармониялы социализация үтергә, шулай уҡ уларҙың Тыуған илгә һөйөүен нығытырға ярҙам итә.

Проектты тормошҡа ашырыуға 790,4 мең һум аҡса бүленә, шуның 488,5 мең һумы--грант аҡсаһы.

Үҫеп килеүсе быуынды патриотик рухта тәрбиәләү--илебеҙҙең дәүләт, йәмғиәт һәм белем биреү учреждениеларының көнүҙәк бурыстарының береһе. Рәсәй Президенты В.В. Путин: «Рәсәйҙең милли идеяһы--ул патриотизм, беҙҙә патриотизмдан башҡа бер ниндәй ҙә берләштереүсе идея юҡ һәм булыуы ла мөмкин түгел»,--тип белдерә. Киләсәк кешеһенең үҫеше ике мөһим нәмәнән--гражданин һәм патриот ролен ни тиклем яҡшы үҙләштереүҙән ғибәрәт.

Физик мөмкинлектәре сикле балалар өсөн проект йүнәлеше бик ҡатмарлы булыуға ҡарамаҫтан, "Мин-патриот!" проекты үҙенсәлекле балаларҙы патриотизмға һәм гражданлыҡ позицияларына йәлеп итеүгә йүнәлтелгән. Сибай коррекция мәктәбендә әлеге көндә 116 инвалид бала белем ала. Уларға белем һәм тәрбиә биреүҙә тарихи, мәҙәни, милли, географик, ерлектең тәбиғәт-экологик үҙенсәлектәрҙе өйрәнеү ҙур әһәмиәткә эйә.

Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән баланың тирә-яҡ ысынбарлыҡты эмоциональ ҡабул итеүен иҫәпкә алырға кәрәк, сөнки уның патриотик тойғолары үҙенең ҡалаһы, иле менән һоҡланыу аша сағыла. Бындай тойғолар үҙенән-үҙе барлыҡҡа килмәй. Бының өсөн дәрестә, кластан тыш сараларҙа аңлатыу эше алып барыу мөһим.

2022-2023 уҡыу йылында индерелгән дәрестән тыш "Мөһим нәмә тураһында һөйләшеү" дәрестәре бик әһәмитле булды. Педагогтар интеллектуаль яғы аҡһаған уҡыусыларға йәмғиәтебеҙҙәге һәм дөйөм донъялағы реаль проблемаларҙы аңлайышлыраҡ формала бирергә тырышты. Федераль дәүләт стандарттары буйынса яраҡлаштырылған төп дөйөм белем биреү программаһының уҡыу планында Сибай коррекция мәктәбендә «Ватан тарихы» предметына 6-8 кластарҙа аҙнаһына 2 сәғәт бүленгән. Был бик аҙ. Шуға ла проектта ҡатнашырға, ошо йүнәлештә балаларға төплө белем биреү, уны нығытыу маҡсатында өҫтәмә саралар уҙғарырға, өйрәнелгән материалды нығытырға булдыҡ.

Проектҡа ярашлы, ватансылыҡ тойғоһон үҫтереүгә йүнәлтелгән төрлө сараларҙы сифатлы уҙғарыу өсөн мәктәп етәкселеге ноутбук, музыкаль үҙәк, микрофондар, хәрби, милли кейем һатып алған. Уҡыусылар өсөн төрлө мәҙәни-белем биреү экскурсиялары, класс сәғәттәре, тантаналы линейкалар, хәрби хәрәкәттәр ветерандары менән осрашыуҙар, спорт-патриотик уйындар, экологик акциялар һәм башҡалар уҙғарыласаҡ.

Әйткәндәй, ошо көндәрҙә коррекция мәктәбе уҡыусылары «Мир» йәштәр йортонда ата-әсәләр менән бергәләшеп «Солдатик», «Һеңлекәш» кионофильмдарын ҡараған.

Проект сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле, инвалид балаларға аралашыу даирәһен киңәйтергә, ҡыҙыҡлы кешеләр менән аралашырға, йәмғиәттә социализацияны гармониялы үтергә, тыуға илгә һөйөүҙе нығытыуға булышлыҡ итәсәк.

ФәнүзәҠолмөхәмәтова.

«Мин-патриот» еңде!
«Мин-патриот» еңде!
«Мин-патриот» еңде!
«Мин-патриот» еңде!
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: