Бөтә яңылыҡтар

ҮӘТ, БҮЛӘК ИСМАҺАМ!

Баймаҡ районы Күгиҙел ауылының мәғариф ветерандары балаларға шәп бүләк эшләгән.

ҮӘТ, БҮЛӘК ИСМАҺАМ!
ҮӘТ, БҮЛӘК ИСМАҺАМ!

--Бөгөн Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә,хөрмәтле мәғариф ветераны, Башҡортостандың мәғариф отличнигы, ағинәйҙәр ойошмаһы рәйесе Сания Әхмәтзыя ҡыҙы Манапова Күгиҙел башланғыс мәктәбенең яҡшы уҡыған уҡыусыларына аҡсалата приз бүләк итте.
- Оҙаҡ йылдар мәктәп директоры булып эшләгән Ғәли Ғилмитдин улы Манаповтың иҫтәлегенә уҡыуҙы яҡшы тамамлаған балаларға степиндия бирәбеҙ, - тине мәғариф ветераны.
Азалия Башарова, Тимур Фәттәхов һәм Гүзәлиә Сирусина был лайыҡлы бүләкте ҡабул итеп алдылар. Шулай уҡ мәғариф ветерандары Күгиҙел мәктәбенә балалар өсөн журналға ярты йыллыҡ яҙылыу квитанцияһы вәғәҙә иттеләр,--тип яҙа Күгиҙел ауылы китапханасыһы Әлиә Дауытбаева.

 

Афарин, мәғариф ветерандары!

Автор:Резеда Валиева