Бөтә яңылыҡтар

УҠЫТЫУСЫМ - ПАР ҠАНАТЫМ

2023 йыл-Уҡытыусы һәм Остаз йылы сиктәрендә Иҫәнбәт ауылы клубында "Уҡытыусым-пар ҡанатым" исемле бик матур кисә үтте. 

УҠЫТЫУСЫМ - ПАР ҠАНАТЫМ
УҠЫТЫУСЫМ - ПАР ҠАНАТЫМ

2023 йыл-Уҡытыусы һәм Остаз йылы сиктәрендә Иҫәнбәт ауылы клубында "Уҡытыусым-пар ҡанатым" исемле бик матур кисә үтте. Уны ойоштороусы Нәсимә Азамат ҡыҙы бер нисә быуын балаларға белем һәм тәрбиә биргән, халыҡ абруйын һәм һөйөүен яулаған һөнәр эйәләре, уҡытыусыларҙы осрашыуға саҡырҙы.
44 йыл элек беҙҙе, 7 баланы, беренсе синыфҡа ҡабул итеп алған тәүге уҡытыусыбыҙ Хәмиҙә Вәғиз ҡыҙының осрашыуға килеүе, айырыуса, тулҡынландырғыс булды. Уҡытыусылар Разифа Илбулова, Мәрзиә Исрафилова, мин, Әнисә Исрафилова, Хазина Исрафилова һөнәребеҙҙең нескәлектәре тураһында һөйләшеп, хәтирәләргә бирелеп, йәнле аралашыу ҡорҙоҡ, уҡыусыларыбыҙҙан һәм уларҙың әсәйҙәренән рәхмәт һүҙҙәрен ишеттек.Матур кисә өсөн Нәсимә һәм Нәйлә, Лилиә Илбуловаларға, уҡыусы егет- ҡыҙҙарға ҙур рәхмәт!!! Йылы һүҙҙәрегеҙ, иғтибар бүлеүегеҙ, ихтирам итеүегеҙ, бүләк, гөлләмәләрегеҙ күңелдәрҙе күтәреп, көс-дәрт өҫтәне. Ҙур рәхмәт!!!

 

РӘЗИМӘ СӘЙЕТОВА, уҡытыусы.

Иҫәнбәт ауылы.

Автор:Резеда Валиева