Бөтә яңылыҡтар

БЕЛЕМ ҺУҠМАҒЫНАН...

"Белем һуҡмағы" тип аталған семинар-экскурсияла ҡатнашыу бәхете тейҙе. Республика кимәлендә ойошторолған сарала башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, саҡырылған ҡунаҡтар, яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың Күсейҙән Түбә ауылына йөрөп уҡыған һуҡмағынан бергәләп йәйәүләп үттек. Саранан һуңғы кисерештәрҙе һүҙҙәр менән әйтеп еткереп булмай. Был юлдан йөрөп уҡыған кеше, һис шикһеҙ, бөйөк әҙип булырға тейештер, тигән фекергә килдем.

БЕЛЕМ ҺУҠМАҒЫНАН...
БЕЛЕМ ҺУҠМАҒЫНАН...

Түбә ауылында Таңсулпан Ғариповаға бағышланған кабинет-музейҙы күргәндән һуң, Күсейгә тиклем йәйәү атланыҡ. Ирәндек итәгендә, тирмә ҡороп тороп, күсейҙәр беҙҙе ҡаршы алды. Таңсулпан апай менән "Түңәрәк өҫтәл" ошонда булды. Артабан беҙҙе Күсей мәктәбендә уҡыусылар, тантаналы рәүештә, ҡаршы алды. Мәктәп-музейҙы күреп һоҡландыҡ. Шәхестәре менән дан тотҡан Күсейгә нисәнсегә киләм, шуныңса һаҡланыуым артҡандан-арта ғына. Бик матур сараны ойоштороусыларға, ҡатнашыусыларға сикһеҙ рәхмәтемде белдерәм!

 

Ләйлә ИҪӘНБАЕВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

 

Проект тураһында тулыраҡ гәзитебеҙҙең киләһе һанында Кәримә Усманованың мәҡәләһендә уҡырһығыҙ.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: