—2022 йылдан Рәсәй Мәғариф министрлығы инициативаһы менән мәктәптәрҙә Балалар инициативаһы үҙәктәре барлыҡҡа килде. Был уҡыуҙан тыш уҡыусыларҙың ялын файҙалы үткәреү, уларҙың үҙидара эшмәкәрлеген тәьмин итеү өсөн мөһим. Бында ҡыҙҙар һәм малайҙар үҙ ҡыҙыҡһыныуҙарын билдәләп, һәр яҡлап үҫә ала, үҙ йүнәлештәре буйынса командаларға (түңәрәктәргә) бүленеп, төрлө саралар, осрашыуҙар үткәреү мөмкинлегенә эйә. Балалар инициативаһы үҙәге менән тәрбиәүи эштәр буйынса директор кәңәшсеһе етәкселек итә.
Сибай ҡалаһының 12-се мәктәбендә Балалар инициативаһы үҙәге уңышлы эшләп килә. Унда 7-се, 8-се, 9-сы һәм 10-сы кластан 28 уҡыусы тупланды. Президент итеп 8-се класс уҡыусыһы Ульяна Рәхимова һайланды. Директорҙың тәрбиә буйынса советниктары Гөлфирә Хәйрулла ҡыҙы һәм Лариса Минимарат ҡыҙы һәр яҡлап ярҙам күрһәтә. Үҙәк тарафынан бик күп саралар ойошторолған, активистар ҡыҙыҡлы сценарийҙар уйлап сығарып, тиҫтерҙәрен һәр эшкә йәлеп итергә тырыша.
Мәктәп үҙидаралығы мәктәп инициативаһын бюджетлау проектында әүҙем ҡатнаша. Уҡыусылар Балалар инициативаһы үҙәге өсөн кабинет булдырыу проектын әҙерләгән. Уға республика, муниципаль хакимиәт бюджетынан финанс бүленергә тейеш. Шулай уҡ физик һәм юридик берәмектәр ярҙам итә ала,—тип яҙа беҙгә 12-се мәктәптән Г.Муллаева.