Бөтә яңылыҡтар

УҠЫУСЫЛАР ИНИЦИАТИВА КҮРҺӘТӘ

“Аяҙ күк йөҙө” патриотик тәрбиә биреү үҙәгенә уңыштар юлдаш булһын...

УҠЫУСЫЛАР ИНИЦИАТИВА КҮРҺӘТӘ
УҠЫУСЫЛАР ИНИЦИАТИВА КҮРҺӘТӘ

Башҡортостанда уҡыусылар инициативалары буйынса проект конкурсы бара. Еңеүсе проекттарға республика бюджетынан субсидия бүленә. Ғаризалар 17 апрелдән 16 майға тиклем ҡабул ителә.



—Баймаҡ районы Ярат мәктәбе уҡыусылары мәктәп инициативаһын бюджетлау программаһында ҡатнаша. Был проектта ҡатнашыу өсөн уҡыусылар тарафынан 5 төрлө проект тәҡдим ителде. Улар араһында “Интерактив мәктәп музейы”, “Заманса спорт майҙансығы”, “Тылсымлы биҙәктәр”, “Балалар өсөн ял һәм мәҙәниәт үҙәге” һәм “Аяҙ күк йөҙө” патриотик тәрбиә биреү үҙәге ойоштороу кеүек тәҡдимдәр булды. Был проекттарҙы 7-11 класс уҡыусылары яҡланы. Дөйөм мәктәп йыйылышында тауыш биреү барышында “Аяҙ күк йөҙө” патриотик тәрбиә биреү үҙәге инициативаһы еңеп сыҡты. Был проектты 11 класс уҡыусыһы Азамат Ишберҙин етәкселегендәге егеттәр төркөмө тәҡдим итте. Шулай итеп, Ярат урта мәктәбе тап ошо проектты тормошҡа ашырыу өсөн көрәшәсәк,—тип яҙа 9-сы класс уҡыусыһы Нәзир Исчурин.


Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: