Заманса мәктәп төҙөлдө

Урал аръяғына эш сәфәре барышында Радий Хәбиров Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында төҙөлгән 375 урынлыҡ мәктәптә булды. “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә төҙөлгән белем усағында уҡыу процесы 4-се сиректә, йәғни 3 апрелдә башланған. Яңы мәктәп тулыһынса заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған.

Заманса мәктәп төҙөлдөЗаманса мәктәп төҙөлдө
Заманса мәктәп төҙөлдө

Уҡыусылар һәм уҡытыусылар өсөн барлыҡ уңайлы шарттар тыуҙырылған: кабинеттар иркен, яҡты, спорт залы ҙур, акттар залы ла күҙҙең яуын ала. Башланғыс класс уҡыусылары өсөн уйын бүлмәләре ҡаралған. Ҡаттан-ҡаттан күтәрелеү өсөн лифт ҡуйылған. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы медицина блогы урынлаштырылған.

Радий Фәрит улы бер нисә класҡа инеп уҡытыусылар, балалар менән аралашты.

#миллипроекттарнацпроекты

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас