Намыҫлы хеҙмәте Маҡтау ҡағыҙҙары, Почет грамоталар менән баһаланған.
Рәйсә Әхмәт ҡыҙы 2017 йылда Сибай коррекция мәктәбендә тәрбиәсе-уҡытыусы булып эшкә килә. Үҙ эшенең оҫтаһы эшенә бик яуаплы ҡарай. Барлыҡ сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Йылы һүҙе, яҡшы кәңәштәре менән һәр кемгә ярҙам итә. Был мәктәптә эшләй башлағандан алып ул тәрбиәселәр ойошмаһы менән етәкселек тә итә. Ата- әсәләр менән тығыҙ бәйләнеш булдырған.
Күп балалы ғаиләлә үҫкән Рәйсә Әхмәт ҡыҙы ире менән 4 ҡыҙ, 1 ул тәрбиәләп үҫтергәндәр. Шәхси хужалыҡтары ҙур, баҡсалары шәп, ҡош-ҡорт үрсетеп, мал-тыуар аҫрап мул тормошта йәшәйҙәр.
Киң күңелле, кешеләргә ҡарата иғтибарлы, бөгөнгө эште иртәгәгә ҡалдырмай, гел генә яҡшы ниәттә йәшәүсе уҡытыусыға артабан да бөтмәҫ-төкәнмәҫ дәрт, һаулыҡ теләйем.
Вилә Мөхәмәтйәнова, Сибай коррекция мәктәбе уҡытыусыһы.