Бөтә яңылыҡтар

Һаумы, һаумы, әкиәт!

Сибай ҡалаһының "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһында әкиәт һөйләүселәр араһында "Һаумы, һаумы, әкиәт!" конкурсының локаль этабы үтте.

Һаумы, һаумы, әкиәт!
Һаумы, һаумы, әкиәт!


Был конкурс талантлы балаларҙы асыҡлау, башҡорт телен, ғөрөф - ғәҙәтен һаҡлау, әкиәтселәр һәм сәсәндәр үҫтереү, үҫеп килеүсе йәш быуында тарихи һәм мәҙәни мираҫҡа һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү маҡсатында ойошторолдо.
Балалар бөтә донъя халыҡтарының әкиәттәрен башҡорт телендә һөйләне.
Балалар сараның тәүге минутынан тылсымлы йомғаҡ ярҙамында әкиәт донъяһына сумды. Унда әкиәт иленең хужабикәһе ҡаршы алды. Әкиәт һөйләүселәр үҙҙәренең яратҡан әкиәттәрен һөйләп ишеттерҙе. Конкурста төрлө йәштәге 21 тәрбиәләнеүсе ҡатнашты.
Шулар араһынан конкурстың талаптарына ярашлы 3 йәнһүрәт, ә яңғыҙ әкиәт һөйләү буйынса 18 бала ҡатнашты.
Үткәрелгән был сара балалар өсөн бик файҙалы һәм фәһемле булды. Һәр ҡатнашыусы дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр алып ҡыуандылар. Киләсәктә тағы ла балаларға уңыштар теләйбеҙ. Әкиәт балаларҙың ысын дуҫы булып ҡалһын.
"Аҡбуҙат" баҡсаһы тәрбиәселәре Идрисова Рәзифә Хөрмәт ҡыҙы, Ташбулатова Әлфиә Әдиф ҡыҙы.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: