Бөтә яңылыҡтар

Туҡланыу тәмле лә, файҙалы ла

Сибай гимназия-интернаты—төбәктә урынлашҡан иң көслө белем усаҡтарының береһе. Бында уҡыусылар төрлө район һәм ҡалаларҙан килеп белем ала, ошонда уҡ йәшәй һәм туҡлана. Шеф-ашнаҡсы булып Гөлдәр Мәжитова 30 йылға яҡын эшләй һәм йылдан-йыл мәктәп туҡланыуына ҡарата иғтибарҙың арта барыуына бик ныҡ һөйөнә.

Туҡланыу тәмле лә, файҙалы ла
Туҡланыу тәмле лә, файҙалы ла

Республика мәктәптәрендә уҡыусыларҙың туҡланыуын ойоштороуҙы камиллаштырыу буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Һуңғы осорҙа был мәсьәләгә власть яғынан да иғтибарҙың артыуы күҙәтелә. Күп белем усаҡтарында уҡыусыларҙың туҡланыуы асығыраҡ һәм үтә күренмәлерәк була бара, хатта теләгән һәр ата-әсә мәктәп ашханаһына килеп балаларҙың туҡланыуын ойоштороу барышы менән таныша ала. Ул шулай уҡ белем биреү ашханаһының стендына йәки мәктәп сайтына ҡуйылған менюҙа яҙылғандарҙың ысынбарлыҡҡа тура килеү-килмәүен белешә, балаларға әҙерләнгән блюдоларҙы тәмләп ҡарай.

Ә бына тәүлек әйләнәһендә йәшәгән интернат уҡыусылары өсөн туҡланыу мәсьәләһенә килгәндә, ул башҡа белем усаҡтарынан бер аҙ айырыла тигәндә лә була. Сөнки бында ашнаҡсылар балаларға көн дауамында аш-һыуҙы үҙҙәре әҙерләй. Уҡыусыларҙың туҡланыуы нисек ойошторолоуы, технологик процестарҙы камиллаштырыу һәм уҡыусылар рационының сифатын яҡшыртыу буйынса ниндәй эштәр алып барылыуы тураһында шәхсән танышыу маҡсатында Сибай интернат-гимназияһына юл алдыҡ.

Сибай гимназия-интернаты—төбәктә урынлашҡан иң көслө белем усаҡтарының береһе. Бында уҡыусылар төрлө район һәм ҡалаларҙан килеп белем ала, ошонда уҡ йәшәй һәм туҡлана. Шеф-ашнаҡсы булып Гөлдәр Мәжитова 30 йылға яҡын эшләй һәм йылдан-йыл мәктәп туҡланыуына ҡарата иғтибарҙың арта барыуына бик ныҡ һөйөнә.

—Мәктәп туҡланыуы сифатлы һәм файҙалы булырға тейеш. Беҙҙең эшебеҙгә иң ҙур баһа—балалар ашап сыҡҡандан һуң буш ҡалған тәрилкәләр, уларҙың “Тәмле булды!”, “Рәхмәт!” тигән һүҙҙәре,—ти шеф-ашнаҡсы Гөлдәр Рамазан ҡыҙы.—Бригадала өс сменала бөтәһе ете кеше эшләй, уларҙың һәр береһе үҙ эшен яратып, еренә еткереп башҡара. Иң мөһиме—балаларҙы яраталар, улар менән һәр береһе яҡшы мөғәмәләлә. Көнөнә биш тапҡыр ашатыу ҡаралған, әле йоҡлар алдынан еңелсә ашатыу (ҡатыҡ, печенье, перәник биреү) буйынса эш алып барыла. Һәр көнгә меню төҙөгәндә мотлаҡ рәүештә уның балалар өсөн туҡлыҡлы һәм файҙалы, диетик булыуына өҫтөнлөк бирәбеҙ. Иртәнге ашҡа салат, һөтлө бутҡалар булһа, төшкөлөккә беренсе һәм икенсе блюда мотлаҡ ҡаралған. Киске ашты ла уҡыусылар яратып ашай. Шәмбе һәм йәкшәмбе көнө бөтә балалар ҙа өйҙәренә ҡайтмай, күбеһе интернатта ҡала. Шуға күрә был көндәрҙә беҙ күберәк уларҙы өйҙәрендәге кеүек ризыҡтар менән һыйларға тырышабыҙ. Күмәкләшеп ҡулдан билмән бөгөп, уны бешерәбеҙ, төрлө тәмлекәстәр әҙерләп һыйлайбыҙ. Бигерәк тә бишбармаҡты яраталар.

Белеүегеҙсә, беҙҙең гимназия-интернатта башлыса ауыл еренән килгән балалар. Уларҙың күбеһе өйҙәрендә бер төрлөрәк ризыҡҡа өйрәнгән, шуға күрә тәүҙәрәк уларға борщ, рассольник, быҡтырылған кәбеҫтә, тары, манный бутҡалары, запеканкалар ятыраҡ тойолоп, уларҙы бер аҙ ситкәрәк этеберәк ҡуйһалар, аҙаҡтан был ризыҡтарҙы һорап алалар (йылмая). Беҙ һәр ситтән килтерелгән арзан, әммә сифаты шикле ит, май, башҡа продукцияларҙы алғанда, уларҙан һәр ваҡыт баш тарта килдек. Ризыҡтарҙы үҙебеҙҙә әҙерләүгә өҫтөнлөк бирәбеҙ, йәғни әҙер кәтлит кеүек ярымфабрикаттарҙы алмайбыҙ. Шулай уҡ балаларҙа дөрөҫ туҡланыу мәҙәниәтен үҫтереүгә ҙур иғтибар бүләбеҙ. Ошо йүнәлештә балалар өсөн лекциялар уҡыйбыҙ, ата-әсәләр менән дә эш алып барабыҙ. Өйөндә дөрөҫ туҡланған бала мәктәптәге бутҡаны ла яратып ашаясаҡ.

Сағыу һәм яҡты ашханала туҡланыуҙы яңы шарттарҙа ойоштороу өсөн ҙур эш башҡарылған: заманса кухня ҡорамалдары, өҫтәл һәм ултырғыстар алынған. Шулай уҡ ашнаҡсылар балаларҙың тамаҡтары туҡ, ризыҡтарҙы ҙур кинәнес менән ашаһын өсөн һауыт-һабаның таҙа һәм сифатлы булыуына ла өҫтөнлөк бирә, иң мөһиме—санитария талаптарының теүәл үтәлеүенә иғтибар ҙур.

Иң юғары алтынсы разрядҡа эйә булған шеф-ашнаҡсы Гөлдәр Рамаҙан ҡыҙының: “Утыҙ йылға яҡын эшләгән дәүеремдә бер тапҡыр ҙа уҡыусыларҙың аҙыҡ-түлектән ағыуланыу осрағы теркәлмәне, быны мин ҙур ғорурлыҡ менән әйтә алам”,—тигән һүҙҙәре генә лә уның ни тиклем үҙ эшенә яуаплы һәм яратып башҡарыуын аңаларға мөмкин.

Әйткәндәй, Гөлдәр Мәжитова—Сибай ҡыҙы. Әсәһенең юлынан ашнаҡсы һөнәрен һайлай. Мәктәпте тамамлағас, Өфө совет сауҙа техникумында техник-технолог һөнәренә уҡый һәм хеҙмәт юлын Сибай гимназия-интернатында башлай һәм бөгөнгәсә үҙ эшенә тоғро ҡалған. 2005 йылда ул республика буйынса үткән “Иң яҡшы мәктәп ашханаһы” конкурсында ҡатнашып, беренсе урынды яулай һәм 350 меңлек сертификатҡа лайыҡ була. Был суммаға ашхана өсөн кәрәкле кухня ҡорамалдары һатып алына.

Тап уның кеүек үҙ эшенең оҫталары булғанда, балаларын гимназия-интернатына биргән ата-әсәләргә һис кенә лә бошонорға кәрәкмәй. Сөнки һеҙҙең ҡыҙ һәм улдарығыҙ һәр саҡ йылы аш, тәмле ризыҡтар менән туҡланасаҡ, бер ваҡытат ла ас ҡалмаясаҡ.

Кәримә Усманова.

Һүрәттә: ашнаҡсылар.

Автор:Карима Усманова