АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Маҡан мәктәбен танырлыҡ түгел!

1 сентябрҙә Хәйбулла районының Маҡан ауылында капиталь ремонттан һуң яңыртылған мәктәп үҙ ишектәрен аса.Шулай итеп, 111 уҡыусы һәм 18 уҡытыусы яңы уҡыу йылын заманса шарттар булдырылған белем усағында башлаясаҡ. Билдәле булыуынса, бинаны капиталь ремонтлау өсөн федераль бюджеттан 40 миллион һумдан ашыу аҡса бүленде. Подрядсы ойошма билдәләнгән ваҡыт эсендә үҙ бурысын үтәне.

Маҡан мәктәбен танырлыҡ түгел!
Маҡан мәктәбен танырлыҡ түгел!

Уҡырға килгән ҡыҙҙар һәм малайҙарҙы тулыһынса яңыртылған, сағыу, заманса мәктәп ҡаршы ала, сөнки элекке бинанан стеналар ғына ҡалған, тип әйтергә мөмкин.

1961 йылда төҙөлгән мәктәп күптән ремонтҡа мохтаж ине. Бина һыуыҡ булған, капиталь ремонт үткәрелмәгән, электр уты селтәре, елләтеү системаһы ла иҫкергән. Класс бүлмәләре санитария-гигиена талаптарына яуап бирмәгән. Федераль ҡаҙнанан бүленгән аҡсаға фасад йүнәтелгән, ҡыйыҡ, тәҙрәләр өлөшләтә алмаштырылған, иҙәндәр, түшәмдәр ремонтланған, биҙәкләү эштәре башҡарылған, электр менән тәьмин итеү системаһы монтажланған, елләтеү системаһы ҡоролған, һыу һәм канализация селтәре, ишектәр яңыртылған. Бөтә эштәр ҙә этап буйынса, уҡыу процесына ҡамасауламай башҡарылған.

Бинаны ремонтлауҙан тыш, йыһазландырыуға ла аҡса бүленгән: парталар, ултырғыстар, йомшаҡ мебель, ашхана өсөн йыһаз, спорт ҡорамалдары, компьютерҙар, проектор һәм тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре кабинетына ҡорамалдар һатып алынған.  Бер һүҙ менән әйткәндә, балалар көн һайын мәктәпкә ҙур ҡыуаныс менән йөрөһөн өсөн хәҙер барлыҡ шарттар ҙа булдырылған.

Белешмә:

2022-2026 йылдарҙа дөйөм белем биреү ойошмаларын капиталь ремонтлау һәм йыһазландырыу буйынса федераль программа тормошҡа ашырыла. Был федераль программаға республика мәктәптәренең 365 бинаһы инә.

Башҡортостанда ике йылда 197 мәктәп бинаһы ремонтланасаҡ.

2022 йылда 63 мәктәп бинаһы (бер йыллыҡ цикл),

2022-2023 йылдарҙағы 17 мәктәп бинаһы (ике йыллыҡ цикл),

2023 йылда 117 мәктәп бинаһы (бер йыллыҡ цикл).

Раҫланған объекттар һаны буйынса Башҡортостан Республикаһы Рәсәйҙә икенсе урында килә.

Шуныһы мөһим, программаға мәктәп инфраструктураһын капиталь ремонтлау һәм яңыртыу ғына түгел, бөтә ил буйынса уҡытыусылар әҙерләү һәм уларҙың квалификацияһын камиллаштырыу ҙа инә. Уның һөҙөмтәһендә уңайлы, хәүефһеҙ һәм заманса белем биреү мөхите булдырыласаҡ, ул балаларҙы уҡырға, ижад итергә һәм таланттарҙы үҫтерергә дәртләндерәсәк.

Фото: Хәйбулла район хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

Маҡан мәктәбен танырлыҡ түгел!
Маҡан мәктәбен танырлыҡ түгел!
Автор:Гульдар Кадаева