АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Булмышы менән уҡытыусы

Зимфира Самарбаева һөнәре буйынса медицина хеҙмәткәре. Ҡартатайым Данил Талип улы һәм өләсәйем Әминә Ҡәҙим ҡыҙы Ғизитдиновтар ғүмере буйы почтала эшләне. Тап ошо ҡәҙерлеләрем хеҙмәтте һөйөргә, изгелек ҡылырға ынтылырға, тормошто яратырға өйрәтте,--ти Эдуард Наил улы.

Булмышы менән уҡытыусы
Булмышы менән уҡытыусы

Сибай ҡалаһының 7-се мәктәбенең география уҡытыусыһы Эдуард Үлйәбаев мәғариф хеҙмәткәрҙәренең республика август кәңәшмәһендә Республика Башлығы Радий Хәбировтың премияһына лайыҡ булды. Аҡсалата бүләккә ул “Йәш педагог” республика конкурсы лауреаты булараҡ өлгәшкән.

Уның холоҡ-фиғеленән, үҙен тотошонан уҡ уҡытыусы икәне күренеп тора. Һөйләшеүе лә етди, фекерҙәре тос, һәр кемде үҙенең ауыҙына ҡаратырлыҡ. Үҙ фәнен яҡшы белә, бынан тыш психология, тарих, археология менән ныҡлы ҡыҙыҡһына.

-Рухи ҡиммәттәр, аң-белем, тәрбиә алға ҡуйылған ғаиләлә тәрбиәләндем. Әсәйем Зимфира Самарбаева һөнәре буйынса медицина хеҙмәткәре. Ҡартатайым Данил Талип улы һәм өләсәйем Әминә Ҡәҙим ҡыҙы Ғизитдиновтар ғүмере буйы почтала эшләне. Тап ошо ҡәҙерлеләрем хеҙмәтте һөйөргә, изгелек ҡылырға ынтылырға, тормошто яратырға өйрәтте,--ти Эдуард Наил улы.

Ҡаланың 12-се мәктәбен уңышлы тамамлағас, егет БДУ-ның Сибай институтының география бүлегенә уҡырға инә. Шул ваҡытта мәктәптәргә практика үтергә йөрөйҙәр. Дәрес биреү, балалар менән аралашыу, улар менән кластан тыш саралар уҙғарыу күңеленә ята. Шуға ла ҡулына диплом алыу менән 7-се мәктәпкә эшкә юллана. Белем усағында 2 йыл ғына эшләһә лә уңыштары байтаҡ. Быйыл ул башта ҡала күләмендәге “Йәш педагог” конкурсында көсөн һынап ҡарай. Унда еңеү яулағас, республика кимәленә сыға. Башҡала мәктәптәренең береһендә асыҡ дәрес бирә. Жюри айырыуса уның кластан тыш сараһын юғары баһалай: уҡытыусы балаларға данлыҡлы Ғәҙелша шарлауығына онлайн-экскурсия ойоштора.

Эдуард Үлйәбаев уҡыусыларын Ирәндек тауы һыртына йыш походҡа алып сығып, урындағы тәбиғәттең үҙенсәлеге менән таныштыра. Һөҙөмтәлә ҡыҙҙар-малайҙар тау тоҡомдары, топонимика, экология буйынса тикшеренеү эштәренә ылыға. Әйтәйек, 8 Б класы уҡыусыһы Артем Половнев “Минең Ватаным” республика тикшеренеүҙәр эше конкурсында “Экологик туризм” номинацияһында 2-се урын яулаған. 5 А класы уҡыусыһы Искәндәр Әбүбәкиров география буйынса Гагарин кубогына республика олимпиадаһы призеры булған.

Заман менән бергә атлаған уҡытыусының шәхси сайтында бөтә эшмәкәрлеге асыҡ сағыла. Быйыл 3-сө йыл уҡытҡан йәш белгескә география дәрестәренән тыш, 10-сы класты етәкләү бурысы ла өҫтәлгән. Эдуард Наил улы был йөкләмәне лә төптән егелеп тартырына шик юҡ.

Автор:Гульдар Кадаева