АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Яңы китап сыҡты!

Башҡортса уҡырға өйрәнергә бик уңайлы булған Сибай ҡалаһы шағирәһе Гөлнара Йыһангированың эре хәрефтәр менән яҙылған "Бәхет ҡуласаһы" исемле матур һүрәтле китабы донъя күрҙе. Автор ҡалабыҙҙың «Аҡбуҙат» башҡорт балалар баҡсаһында оҙаҡ йылдар тәрбиәсе булып эшләй һәм донъяға кескәйҙәр күҙе менән бағып яҙылған шиғырҙарын тәҡдим итә.

Яңы китап сыҡты!
Яңы китап сыҡты!

ЯМҒЫР ТАМСЫҺЫ

Бәләкәй генә болот ҡалҡып,
Ямғыр яуа башланы.
Эре-эре тамсыларын
Минең өҫкә ташланы.

Ауыртыуға сыҙай алмай,
Мин иланым да ҡуйҙым.
Ҡояш сыҡҡас, йылмайҙы ла,
Йылы нурҙарын һуҙҙы.

Гөлнара Йыһангирова.

 

 

 

Автор:Гульдар Кадаева