АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ҡул суғы ғына тимәгеҙ

Педагогтар билдәләүенсә, баланың баш мейеһе бармаҡ остарында урынлашҡан. Улар шулай уҡ бармаҡ суҡтарын телмәр органы тип ҡабул итергә мөмкин тип тә әйткән.

Ҡул суғы ғына тимәгеҙ
Ҡул суғы ғына тимәгеҙ

Ысынлап та, бармаҡ, ваҡ ҡул моториканың үҫеше баланың физик һәм психик

үҫешенең төп күрһәткесе. Ул телмәр һәм фекерләү менән туранан-тура

бәйле. Әгәр баланың бармаҡтары хәрәкәтсәнлеге йәш үҙенсәлектәренә тап

килмәй икән, тимәк, уның телмәре лә тотҡарлана. Шуның өсөн балалар баҡсаһында кескәйҙәрҙең ҡул суҡтары моторикаһын үҫтереү өсөн бармаҡ уйындары һәм күнегеүҙәре киң ҡулланыла.

Әгәр бала һөйләп аңлата, нимәнелер белдерә алмаһа, ул баҫыла, үҙ-үҙенә

йомолоп ҡалыуы ла ихтимал. Был проблема мәктәпкә барғас та ауырлыҡтар тыуҙыра, бала программаны ауыр үҙләштерә, үҙен коллективтан "ситләтелгән" тип ҡабул итә.

Ошондай хәл булмаһын өсөн баланың кескәй ваҡытынан уҡ бармаҡтары менән идара итеү кимәленә ныҡ иғтибар итергә кәрәк. Ҡул суҡтары үҫеше менән бер рәттән баланың хәтере, иғтибары, фекерләүе, телмәре лә үҫешеүен иҫтән сығарырға ярамай. Был тәңгәлдә беҙҙең Сибай ҡалаһының “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһында тәрбиә, белем биреү эшмәкәрлегендә һәр тәрбиәсе бармаҡ уйындарына айырым иғтибар бүлә. Беҙҙең “Ынйыҡай” төркөмдә лә бындай уйындарға өҫтөнлөк бирелә. Дәрес-уйындарҙа балалар бик теләп ҡатнаша, тағы ла уйнарға теләк белдерә, бер-береһе менән матур итеп аралаша, телмәрҙәрен байыта, ҡул суҡтарын нығыта.

Айгөл Кәримова, “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.

Автор:Гульдар Кадаева