АТАЙСАЛ
+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Йәш сәсәндәр ярышты

Сибай ҡалаһының Балалар ижады үҙәгендә "Урал батыр"эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәр конкурсы уҙҙы. Ҡаланың 13 мәктәбенән 150-нән ашыу уҡыусы дүрт төркөмгә бүленеп ярышты.Бәйгеселәрҙең сығышын Сибай ҡалаһы ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары һәм уҡытыусыларҙан торған абруйлы жюри баһаланы. Ҡалала Урал батыр эпосын яттан һөйләү буйынса йәш сәсәндәр бәйгеһе йыл һайын ойошторола. Быйыл ул милли кейем көнө һәм Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы сиктәрендә үткәрелде. Мәшһүр эпосты яттан һөйләүселәрҙең нәфис һүҙ оҫталығына, милли кейеменә ҙур әһәмиәт бирелде. Бәйге концерт менән башланды, артабан йәш сәсәндәр 4 төркөмгә бүленеп көс һынашты.

Йәш сәсәндәр ярышты
Йәш сәсәндәр ярышты

Сараны ойоштороусылар билдәләүенсә "Урал батыр" эпосы — башҡорт халҡының бөйөк ҡомартҡыһы, ата-бабаларыбыҙ быуындан-быуынға тапшырған бай хазина — ауыҙ-тел ижадының һоҡланғыс өлгөһө. Ул үҙенең боронғолоғо, күләме, йөкмәткеһе һәм әһәмиәте яғынан донъяла билдәле башҡа ошо жанр әҫәрҙәре менән бер кимәлдә тора. Еңеүселәр Өфөлә уҙасаҡ республика ярышында ҡала исеменән сығыш яһаясаҡ.

Автор:Гульдар Кадаева