АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

УҠЫТЫУСЫ ТИГӘН ДАНЫ БАР

йтер һүҙем уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы алдынғыһы, Сибай педагогия колледжында оҙаҡ йылдар математиканан һәм башланғыс кластарҙа математиканы уҡытыу методикаһынан белем биреүсе, эш дәүерендә тиҫтәгә яҡын төркөмдөң етәксеһе булып, студенттарының күңелдәренә изгелек орлоҡтарын сәсеүсе Разия Шаһивәли ҡыҙы Аллабирҙина тураһында.

УҠЫТЫУСЫ ТИГӘН ДАНЫ БАР
УҠЫТЫУСЫ ТИГӘН ДАНЫ БАР

Әйтер һүҙем уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы алдынғыһы, Сибай педагогия колледжында оҙаҡ йылдар математиканан һәм башланғыс кластарҙа математиканы уҡытыу методикаһынан белем биреүсе, эш дәүерендә тиҫтәгә яҡын төркөмдөң етәксеһе булып, студенттарының күңелдәренә изгелек орлоҡтарын сәсеүсе Разия Шаһивәли ҡыҙы Аллабирҙина тураһында. Мин һәм минең төркөмдәштәрем училищела 1977-1981 йылдарҙа белем эстәнек, шул йылдарҙа Разия Шаһивәли ҡыҙы беҙҙең төркөмдөң алыштырғыһыҙ етәксеһе булды. Беҙ уның дүртенсе төркөмө инек. Үҙ эшенә мөкиббән бирелгән, талапсан, шул уҡ ваҡытта изге күңелле, ябай ҙа уҡытыусыбыҙҙы тәүге күреүҙән үк яраттыҡ. Ул беренсе көндәрҙән үк беҙҙең һәр беребеҙҙе әсәләрсә һөйөү менән солғап алды, уҡытыусы булыр өсөн төрлө райондарҙан йыйылған ҡыҙҙарҙы берҙәм һәм татыу коллективҡа туплау өсөн бар көсөн һалды.

Аллабирҙина Разия Шаһивәли ҡыҙы 1942 йылдың 11 мартында Баймаҡ районы Татлыбай ауылында крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килә. Атаһы Шаһивәли Әбделкәрим улы һәм әсәһе Бибикамал Оморҙаҡ ҡыҙы эш һөйөүсән, намыҫлы, ауылдаштары араһында ихтирам ҡаҙанған кешеләр була. Бәләкәйҙән отҡор була Разия, мәктәптә бөтә предметтарҙан да тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә, бигерәк тә математиканы ярата. Тыуған ауылындағы ете йыллыҡ мәктәпте уңышлы тамамлағандан һуң, уҡыуын Сибай ҡалаһындағы 1-се мәктәбендә дауам итә. Шулай итеп, уҡыу йылдары ла артта ҡала. Хеҙмәт юлын Баймаҡ районы Беренсе Төркмән мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы булып башлап ебәрә, ә 1960 йылдың 29 авгусынан алып 1962 йылдың 25 июленә тиклем Ғәле башланғыс мәктәбендә эшләп ала.

Математикаға булған оло һөйөү уны 1962 йылда Магнитогорск дәүләт педагогия институтына алып килә. Был уҡыу йортон 1966 йылда “Махсус математика” йүнәлеше буйынса уңышлы тамамлап, юғары белемгә эйә була. Разия Шаһивәли ҡыҙына Дәүләт имтихан комиссияһының 1966 йылдың 2 июлендәге ҡарары менән “Урта мәктәп уҡытыусыһы” тигән квалификация бирелә. 1962 йылдың 14 авгусында йүнәлтмә буйынса Төмән өлкәһенең Абат районы Болдырь һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә математика уҡытыусыһы итеп ебәрелә һәм унда 1967 йылдың 10 авгусына тиклем эшләй, тәжрибә туплай.

1967 йылдан алып 2004 йылға тиклем Сибай педагогия училищеһының математика һәм математиканы уҡытыу методикаһы уҡытыусыһы булып эшләй. Педучилищела теп-теүәл 37 йыл ошо ауыр ҙа, маҡтаулы ла эште оло яуаплылыҡ менән башҡара ул, һәм һөҙөмтәле хеҙмәте өсөн 1998 йылдың 18 ноябрендә 162-се бойороҡ менән Разия Шаһивәли ҡыҙының исеме Сибай педагогия колледжының Почет кенәгәһенә индерелә.

Уҡытыусым менән уның тураһында донъя күргән күп һанлы мәҡәләләрҙе, ҡотлау открыткаларын, хаттарын ҡарап ултырабыҙ. Улар араһында берәүһе бигерәк тә иғтибарҙы йәлеп итә. Училищела оҙаҡ йылдар уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире вазифаһын шулай уҡ оло яуаплылыҡ менән алып барған, үҙенең фиҙәҡәр хеҙмәте

менән уҡыу йортондағы уҡытыу-тәрбиә эшенә ҙур өлөш индергән Фәриҙә Ғариф ҡыҙы Бикбулатованың ҡотлау хаты ул. Был хатта яратҡан уҡытыусыбыҙҙың эшсәнлек һәм кешелек сифаттарына ҙур баһа бирелгән. “Киләсәктә лә шулай кешелекле, кеселекле булып ҡалығыҙ”, тигән юлдар бар унда. Эйе, иң яҡшы кешелек сифаттарына эйә булған, тырыш, үҙ эшенә яуаплы ҡараған, талапсан, уҡыусыларға яғымлы, ярҙамсыл уҡытыусы тиҙ арала барыһының да--олоһоноң да, кесеһенең дә ихтирамын яулай. Сибай педучилищеһында эшләү дәүерендә математиканан студенттарға төплө белем биреп, үҙ предметына һөйөү, ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләй ул. Училищены тамамлаусыларҙың байтағы, шул факультетты тамамлап, Разия Шаһивәли ҡыҙының эшен дауам итә. Методист булараҡ, ни тиклем уҡыусыларға практикала математика уҡытыуҙың серҙәрен аса, практик эшкә өйрәтә. Методик эштә актив ҡатнаша, коллектив алдына ҡуйылған методик мәсьәләләр буйынса асыҡ дәрестәр үткәрә, докладтар менән сығыш яһай. Йыл һайын курстарҙа занятиелар үткәреп, ауыл, ҡала уҡытыусыларына математика уҡытыуҙағы яңылыҡтарҙы еткерә, кабинетындағы бай материалды бүлешә. Алты группаның класс етәксеһе булып, уртаса 180 уҡыусының кәңәшсеһе, яҡын кешеһенә әйләнә, уларҙа уҡытыусы профессияһына, хеҙмәтенә һөйөү тәрбиәләй, үҙаллылыҡҡа, яуаплылыҡҡа өйрәтә. Шуға ла күп йылдар үтһә лә, улар Разия Шаһивәли ҡыҙын онотмайҙар, рәхмәт һүҙҙәрен яҙалар, осрашыуҙарға саҡыралар. Тырыш хеҙмәте, коллегаларына, уҡыусыларына һәйбәт мөнәсәбәте менән абруй ҡаҙана оло йөрәкле уҡытыусы. Үҙенең эше менән училищеның данын күтәреүгә ярҙам итә. Ул училищены, училище уны күтәрә, тиһәк, һис тә хата булмаҫ, сөнки эш дәүерендә Разия Шаһивәли ҡыҙы бик күп маҡтауҙарға лайыҡ була. Башҡорт АССР-ы Верховный Советы Президиумының 1991 йылдың 24 ноябрендәге Указы (№114) менән халыҡ мәғарифы өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн уға “Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы” исеме бирелә, ә 1992 йылдың 23 апрелендә Башҡорт АССР-ы Мәғариф министрлығының 135-се һанлы бойороғо менән ул “Уҡытыусы-методист” исеменә лайыҡ була. 1973 йылдың 24 декабрендә БАССР Мәғариф министрлығы Коллегияһы һәм профсоюз Өлкә комитеты Президиумының ҡарары менән “1973 йылдың социалистик ярыш еңеүсеһе” билдәһе менән бүләкләнә, был билдә КПСС Үҙәк Комитеты, СССР Министрҙар Советы, ВЛКСМ Үҙәк комитеты тарафынан раҫланған. Уҡытыусылар уҡытыусыһы Разия Шаһивәли ҡыҙының намыҫлы хеҙмәте РСФСР мәғариф эшмәкәрҙәре профсоюзы, юғары мәктәп һәм фәнни учреждениелар республика комитеты председателе ҡарары (№ 162) менән 1984 йылдың 26 июнендә “РФ халыҡ мәғарифы отличнигы” тигән почетлы исем менән билдәләнә. Оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәт иткәне өсөн 1986 йылдың 24 мартында Башҡорт АССР-ы Верховный Советы Президиумы Указы менән “Хеҙмәт ветераны” миҙалы менән бүләкләнә.

Абруйлы уҡытыусының уҡыусылары араһында ла юғары исемдәргә лайыҡ булыусылар бихисап. Мәҫәлән, Баймаҡ районы энциклопедияһына ғына ла уның тиҫтәләрсә уҡыусыһының исеме индерелгән. Бына улар: Алһыу Исмәғил ҡыҙы Бәхтиева–актриса, йырсы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы (Сибай педагогия училищеһын 1989 йылда тамамлаған); Гөллирә Тимерхан ҡыҙы Исхаҡова--шағирә, журналист, Сәғит Мифтахов исемендәге премия лауреаты (1980) ( училищены 1976 йылда тамамлаған); Римма Төхфәт ҡыҙы Сөләймәнова--педагог, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы (1995), ВЛКСМ-дың Башҡортостан Өлкә комитетының (1974), РФ мәғариф министрлығының Почет грамоталары (1985, 1999) менән бүләкләнгән; Әнисә Әхмәтсафа ҡыҙы Әминева--биология фәндәре кандидаты; Гүзәл Хөсәйен ҡыҙы Вәлиева--педагогия фәндәре кандидаты һ.б.

Яратҡан уҡытыусыбыҙҙың үҙенең ҡыҙы Гөлфиә лә, тәүҙә Сибай ҡалаһының 1-се һанлы урта мәктәбен гел “бишле”гә, артабан педучилищеның мәктәп бүлеген һәм СиБДУ-ның педагогия факультетын отличие менән тамамлап, фән юлын һайланы: БДУ-ның тарих факультетының көндөҙгө бүлегендә аспирантурала уҡыны һәм 2004 йылда тарих фәндәре кандидаты тигән ғилми дәрәжәгә эйә булды. Әсәһе кеүек үк тырыш, эшһөйәр, ныҡышмал Гөлфиә Иштимер ҡыҙы 2007 йылда доцент исемен алыуға өлгәшһә, 2008 йылда юриспруденция буйынса икенсе юғары белемгә эйә булды. 2004 йылдан алып 2016 йылға тиклем СиБДУ-ла уҡытыусы, 2007 йылдан тарих-филология факультетының уҡыу-уҡытыу бүлеге деканы урынбаҫары, 2009 йылдан 2012 йылға тиклем Ватан тарихы кафедраһының етәксеһе вазифаларын оло яуаплылыҡ менән башҡарҙы. Әлеге көндә Сибай медицина колледжының тарих һәм һөнәри эшмәкәрлекте хоҡуҡи тәьмин итеү уҡытыусыһы булып уңышлы эшләп йөрөй. Ғаиләһенән дә уңған ул: тормош иптәше Илгиз Тимерғәле улы Мөхәмәтов менән сәскәләй ике ҡыҙ үҫтерәләр. Зарина менән Камила--ҡала гимназияһының алдынғы уҡыусылары, бына тигән бейеүселәр! Был матур ҡыҙҙарҙың әсәләре Гөлфиә Иштимер ҡыҙы, аталары Илгиз Тимерғәле улы, өләсәләре Разия Шаһивәли ҡыҙы өсөн ошонан да оло бәхеттең булыуы мөмкинме һуң? Юҡтыр! Ошо бәхетегеҙ бер ҡасан да кәмемәһен, сайпылмаһын, тик артҡандан-арта ғына барһын! 80 йәшлек оло юбилейығыҙ ҡотло булһын, хөрмәтле Разия Шаһивәли ҡыҙы! Артабан да шулай балаларығыҙҙың, яҡындарығыҙҙың, уҡыусыларығыҙҙың һөйөүенә сорналып, һәр атҡан таңға ҡыуанып, иҫәнлектә-һаулыҡта йәшәгеҙ ҙә йәшәгеҙ, ҡәҙерле уҡытыусыбыҙ! Беҙ барыбыҙ ҙа Һеҙгә тәрән ихтирам менән ҡарайбыҙ, Һеҙҙәге уҡытыусылыҡ талантына, тормошто, кешеләрҙе яратыу көсөнә һоҡланабыҙ, Һеҙҙең менән ысын күңелдән ғорурланабыҙ!

Мәҙинә Нәҙерғолова, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы

Автор:Резеда Валиева