Бөтә яңылыҡтар

Тел һағында тороусылар ярыша

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2022 ”төбәк-ара конкурсы башланды. “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә ойошторолған конкурс республикабыҙҙа 27-се тапҡыр уҙғарыла. Киң ҡарашлы, көслө рухлы, һәләтле, ижади эшләгән уҡытыусыларҙы асыҡларға ярҙам иткән был конкурс иҫ киткес бай тарихлы. Быйылғы конкурста 69 уҡытыусы еңеүсе исеменә дәғүә итә. Хәйбулла районы намыҫын 2-се һанлы Аҡъяр урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Йәнйегетова Ләйсән Зәкир ҡыҙы яҡлай.

Тел һағында тороусылар ярыша
Тел һағында тороусылар ярыша

Өс көн дауам иткән ярыштың «Милли кейемде презентациялау» конкурс этабы артта ҡалды. Ләйсән Зәкир ҡыҙы үҙебеҙҙең төбәккә генә хас булған милли кейемде презентацияланы, костюмдағы төрлө орнаменттарҙың, төҫтәр бирелешенең мәғәнәһен аңлатты.
«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2022» төбәк-ара конкурсының иң яуаплы этаптарының береһе – "Дәрес" һынауы башланды. Конкурс шарттары буйынса был этап «Берҙәм дәрес» форматында уҙа. Бәйгеселәргә уҡытыу программаһы нигеҙендә башҡорт теленә, мәҙәниәтенә, тарихына, юбиляр яҙыусылар һәм шағирҙар ижадына бәйле темалар тәҡдим ителде. Әлбиттә, дәрес үткәреү – уҡытыусының көндәлек хеҙмәте.  

Ләйсән Зәкир ҡыҙы бөгөн, йәғни 11 мартта 1-се һанлы Акъяр урта мәктәбендә Рәми Ғәриповтың «Әсәм ҡулдары» шиғырын өйрәнеү темаһына дәрес күрһәтә.
Алдағы көндә уны "Педагогик эшмәкәрлек", "Оҫталыҡ класы", "Ата-әсәләр менән әңгәмә", "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы менән пресс-конференцияһы" кеүек педагогик оҫталыҡ талап иткән ҡыҙыҡлы ижади конкурс этаптары көтә.

Автор:Гульдар Кадаева