АТАЙСАЛ
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Тел, милләт, халҡым тип яныусылар

Сибай ҡалаһының “Әкиәт” балалар баҡсаһының башҡорт төркөмө тәрбиәселәре башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып бара һәм ҡалала, төбәктә ойошторолған төрлө саралаларҙа ҙур теләк менән ҡатнаша. 2021 йыл аҙағында Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы уҙғарған "Башҡорт теленә 7 аҙым" марафонында Гүзәлиә Марат ҡыҙы Дәүләтбирҙина һәм Гөлсиә Мирхәт ҡыҙы Ишемғолова туған телдә асылма (открытка) яһау йүнәлешендә еңеүгә өлгәште. Мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениеһының башҡорт төркөмдәре етәксеһе Әлфиә Вилданова марафондың һәр көнөндә лә әүҙемлек күрһәткәне өсөн министрлыҡтың Рәхмәт хатына лайыҡ булды.

Тел, милләт, халҡым тип яныусылар
Тел, милләт, халҡым тип яныусылар

--7 һаны серле лә, сихри ҙа һан. Уны халҡыбыҙ элек-электән изге тип һанаған.

Башҡорт теле көнөнә илткән ете көн - ете аҙымды ла ихлас үттем. Уларҙың һәр береһенә ҙур мәғәнә һалыныуы ҡыуаныслы. Һәр көн бөйөк мәғрифәтсебеҙ Аҡмулланың "Нәсихәттәр"енең нигеҙ төшөнсәләренә бәйләнеүе бигерәк тә отошло булды,--ти Әлфиә Ғаяз ҡыҙы, эшен тейешле баһалауҙарына һөйөнөп. –Дистанцион рәүештә үткән марафонда Башҡортостандың 29 районынан һәм 9 ҡалаһынан, шулай уҡ бөтә Рәсәйҙән, сит илдәрҙән 36,9 мең кеше ҡатнашты.

Телем, илем, халҡым тип янған коллегаларыма артабанғы эштәрендә уңыштар теләйем!

 

Нәйлә Тотманова,"Әкиәт" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.

 

Тел, милләт, халҡым тип яныусылар
Тел, милләт, халҡым тип яныусылар
Автор:Гульдар Кадаева