Бөтә яңылыҡтар

Йылдың иң яҡшы физкультура уҡытыусыһы

Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 2-се мәктәбе уҡытыусыһы Фидан Нураев 2021 йылдың иң яҡшы физкультура уҡытыусыһы булып танылған. Фидан Ғирфан улы Аҡъяр ауылында тыуып үҫкән. БДУ-ның Сибай институтын тамамлағандан һуң мәктәпкә балалар уҡытырға барған. Бына инде 10 йылдан ашыу уҡытыусы йәш быуынды сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтыра.

Йылдың иң яҡшы физкультура уҡытыусыһы
Йылдың иң яҡшы физкультура уҡытыусыһы

--Замана гаджеттарына текләп ултырғансы, спортҡа өҫтөнлөк бирегеҙ. Хәрәкәттә – бәрәкәт, тип өйрәтәм. Уҡыусылар физкультура дәрестәрен ярата. Айырыуса саф һауала үткәрһәң, күҙҙәре янып, дәртләнеп китәләр, -- ти уҡытыусы.

Уҙған йылда Фидан Ғирфан улының тырыш хеҙмәте Физкультурниктар көнө уңайынан Хәйбулла районы хакимиәтенең Почет грамотаһы менән баһаланған.

Йәш белгестең гел шулай маҡсатына табан ныҡлы ынтылыуын теләйбеҙ!  

Автор:Гульдар Кадаева