Бөтә яңылыҡтар

Ҡунаҡхана эше йүнәлеше үҫешә

Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжында ВОРЛДСКИЛС стандарттары буйынса йыһазландырылған заманса оҫтахана асылды. Тантана барышында “Йәш һөнәрмәндәр” конкурсының төбәк чемпионатында еңеүселәр тәбрикләнде. Декабрь башында “Мәғариф” милли проекты һәм ВОРЛДСКИЛСсиктәрендә ойошторолған “Йәш һөнәрмәндәр” конкурсының төбәк чемпионатында Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжынан 6 компетенцияла 8 кеше ҡатнашты. Улар мебель яһау, маляр һәм биҙәү эштәре, ҡунаҡхана сервисы компетенцияларында ҡала намыҫын яҡланы. Бынан тыш ҡала мәктәптәре уҡыусылары ла саранан ситтә ҡалманы.

Ҡунаҡхана эше йүнәлеше үҫешә
Ҡунаҡхана эше йүнәлеше үҫешә

Ашнаҡсы һөнәре компетенцияһында 12-се мәктәп уҡыусыһы Копейкина Анжелика 1-се урын яуланы. Ҡыҙҙы ярышҡа етәксеһе Ҡаһарманова Ләйсән Рафиҡ ҡыҙы әҙерләгән.

Мебель эшкәртеү оҫтаһы номинацияһында 2-се урынға 8-се мәктәп уҡыусыһы Шитов Никита өлгәште, етәксеһе Исхаҡов Айбулат Урал улы. Гимназия уҡыусыһы Ҡөмөшҡолова Диана ҡунаҡхана сервисы компетенцияһында 2-се урынға сыҡты. Диананың етәксеһе Мирданова Нәилә Радик ҡыҙы.

Беренсе курста ғына уҡыуына ҡарамаҫтан, Варюхина Кристина маляр һәм биҙәү эштәре компетенцияһында икенсе урын яуланы (етәксеһе Ишназарова Луиза Ильяс ҡыҙы).

Ҡунаҡхана сервисы компетенцияһында 2-се курс студенты Сәғәҙеева Милена 3-сө урынға лайыҡ булды (етәксеһе Сөләймәнова Айгөл Сәлимйән ҡыҙы).

Уҡыу йорто директоры Азамат Көмөшҡолов чемпионатта ҡатнашыусыларҙы тәбрикләү тантанаһында был сараның әһәмиәте ҙур булыуын билдәләне: чемпионат сиктәрендә колледжға отелде администрлау һәм ашнаҡсы эше компетенциялары буйынса 10 миллион һумдан ашыу суммаға ҡорамалдар ҡайтарылған. Заманса ҡорамалдарҙы урынлаштырыу менән бында 2 бүлмәнән торған оҫтахана асылды. Ул донъя стандарттары талаптарына ярашлы ҡунаҡхана эше һәм ҡунаҡхана сервисы буйынса белгестәр әҙерләү өсөн уҡытыу бүлмәһен һәм ресепшнды берләштерә.

 

 

Ҡунаҡхана эше йүнәлеше үҫешә
Ҡунаҡхана эше йүнәлеше үҫешә
Ҡунаҡхана эше йүнәлеше үҫешә
Ҡунаҡхана эше йүнәлеше үҫешә
Ҡунаҡхана эше йүнәлеше үҫешә
Ҡунаҡхана эше йүнәлеше үҫешә
Автор:Гульдар Кадаева