Бөтә яңылыҡтар

Ҡурсаҡтары ла, кейемдәре лә матур

Сибай ҡалаһының “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһының өлкәндәр төркөмө, тәрбиәселәр ӘлфиәТашбулатова, Ф.Солтанова, ата - әсәләр берлектә Башҡорт тарихы йылын "Ете ырыу" исемле проекты менән йомғаҡлап  ҡурсаҡтарға ете ырыуҙың милли кейемдәрен тегеп кейҙергән.

Ҡурсаҡтары ла, кейемдәре лә матур
Ҡурсаҡтары ла, кейемдәре лә матур

Башҡорт халҡында ете һаны киң билдәле һан булып һанала. Башҡорт ырыуҙары ла етәү: Тамъян, Ҡарағай ҡыпсаҡ, Сәңкем ҡыпсаҡ, Бөрйән, Түңгәүер, Ҡара ҡыпсаҡ, Үҫәргән. Ошо ырыуҙарҙың ғөрөф - ғәҙәтен, милли кейемдәрен, йәшәйешен өйрәнеү маҡсатында төркөмдә төрлө әңгәмәләр ойошторолған, нәфис әҙәбиәт уҡылған , иллюстрациялар ҡаралған, ҡаланың  тарих-крайҙы өйрәнеү музейына маҡсатлы экскурсиялар уҙғарылған.
Проект эшен йомғаҡлап күмәкләшеп ҡурсаҡтарға ете ырыуҙың милли кейемдәрен тегеп кейҙергәндәр.

Автор:Гульдар Кадаева