АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

ПЕДАГОГИЯ КОЛЛЕДЖЫНА ИСЕМ БИРЕЛДЕ

Сибай педагогия колледжына Бәҙри Мәмбәтҡолов исеме бирелде.Тейешле ҡарарға Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйған.

ПЕДАГОГИЯ КОЛЛЕДЖЫНА ИСЕМ БИРЕЛДЕ
ПЕДАГОГИЯ КОЛЛЕДЖЫНА ИСЕМ БИРЕЛДЕ

Сибай педагогия колледжына Бәҙри Мәмбәтҡолов исеме бирелде.

Тейешле ҡарарға Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйған.

Бәҙри Мөжәүир улы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, йәмәғәт эшмәкәре, педагог. Ул 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында эскадрон командиры була. Фронтта күрһәткән батырлыҡтары өсөн өс тапҡыр Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнә. Һуғыштан ҡайтҡас, Түбә урта мәктәбе директоры була. Сибай ҡалаһында педагогия училищеһына нигеҙ һала.

“Колледжыбыҙға ҡаһарман Бәҙри Мәмбәтҡоловтың исемен биреү беҙҙең өсөн ҙур ғорурлыҡ”, - ти уҡыу йортон тамамлаусыларҙың береһе, Республика халыҡ ижады үҙәге генераль директоры урынбаҫары Нәфисә Тулыбаева.

Сибай педагогия колледжында билдәле шәхестәр белем алған. Улар араһында Башҡортостандың халыҡ артистары Әхәт Мортазин, Алһыу Бәхтиева, танылған йырсы Гөлсөм Бикбулатова бар.

Автор:Резеда Валиева