АТАЙСАЛ
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

"Минең бәхетле бала сағым"

Сибай ҡалаһының башланғыс кластар араһында онлайн форматта ЮНЕСКО тарафынан ойошторолған "Минең бәхетле бала сағым" исемле фотофестиваль үткәрелде. Фестивалдең маҡсаты- сәләмәт тормошто пропагандалау, ғаилә ҡиммәттәре һәм йолалары, быуындар күсәгилешлеге, ғаилә мөнәсәбәтенең мәҙәниәте, балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү һәм фотосәнғәткә ҡыҙыҡһыныу.

"Минең бәхетле бала сағым"
"Минең бәхетле бала сағым"

Сибай ҡалаһының “Ирәндек” лицейында балалар көнө билдәләнде. Был көн һәр йылдың 20 ноябрендә үткәрелә. 1989 йылда "Баланың хоҡуғы тураһында конвенция" ҡабул ителә, баланың бөтә яҡлап һәм гармониялы шәхес булып үҫешенә, мотлаҡ бәхетле ғаилә усағында, мөхәббәттә тәрбиәләнергә тейеш. Бала-саға үтә хисле, шуға ла айырыуса ярҙамға һәм һаҡлауға мохтаж. Бөтә донъя балалар көнө Берләшкән Милләттәр ойошмаһы ҡарамағына ингән Бөтә донъя балалар көнө йыл һайын 129 илдә билдәләнә. Бынан тыш балалар баҡсаһында, мәктәптәрҙә асыҡ дәрестәр, төрлө - төрлө акциялар, флешмобтар, саралар үткәрелә. Хәйриә фонды балалар йортонда тәрбиәләнеүселәргә, ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләргә ярҙам ҡулы һуҙа.

Сибай ҡалаһы мәктәптәренең башланғыс кластары уҡыусылары араһында онлайн форматта ЮНЕСКО тарафынан "Мәғариф" милли проекты сиктәрендә ойошторолған "Минең бәхетле бала сағым" исемле фотофестиваль үтте. Фестивалдең маҡсаты- сәләмәт тормошто пропагандалау, ғаилә ҡиммәттәре һәм йолалары, быуындар күсәгилешлеге, ғаилә мөнәсәбәтенең мәҙәниәте, балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү һәм фотосәнғәткә ҡыҙыҡһыныу.

 Фотофестивалдә "Ирәндек" лицейынан

1 - Әхмәҙиева Амалия 1 б класс

2 - Абдрахимова Камилла 3 б класс

3 - Исмәғилова Аделина 3б класс

4- Мостафин Ильназ 3 б класс

1 - Рәсүлева Илана

2 - Лукьяница Вероника

3 - Усачева Ульяна

4 - Усманова Миләүша

5- Гәрейева Айлина

6- Әбүбәкиров Сынтимер

7- Нуруллина Ева әүҙем ҡатнашты. 

Бөтә балаларға ла киләсәктә бәхетле бала саҡ, эргәләрендә һәр ваҡыт яратҡан ата-әсәләре, битараф булмаған кешеләр, уңыштар, именлек, тыныслыҡ теләйбеҙ.

Гөлсинә Ҡасимова.

"Минең бәхетле бала сағым"
"Минең бәхетле бала сағым"
Автор:Гульдар Кадаева