АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

“Тылсымлы өндәр иленә сәйәхәт”

Цифрлы быуатта йәшәйбеҙ. Балаларыбыҙ ошо цифрлы мөхиттә үҫә. Ошондай шарттарҙа туған телде нисек һаҡлап алып ҡалырға? Яраҡлашырға, әлбиттә. Балаларыбыҙ туған телде белһен өсөн беҙ коллегам менән ошо эшкә тотондоҡ. Беҙҙең бурыс иһә балалар өсөн башҡорт телендә актуаль  продукт булдырыу,--ти башҡорт рухлы Зөлфиә Ҡәйепҡолова. Тулыраҡ сайтта.

“Тылсымлы өндәр иленә сәйәхәт”
“Тылсымлы өндәр иленә сәйәхәт”

Йәй көнө Ишембайҙың 14-се мәктәбендә үткән республика кәңәшмәһе мәктәпкәсә һәм урта белем биреү ойошмаларында башҡорт телен өйрәнеүгә яңы мөмкинлектәр асты. Сибай, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалалары, Ишембай, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Баймаҡ районы педагогтары һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусылары, Бөтә донъя башҡорттары башҡарма комитеты белгестәре, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашҡан сарала башҡорт телен өйрәнеү мәсьәләләре ҡаралды. Семинарҙың тәүге өлөшөндә тәрбиәселәр һәм башҡорт теле уҡытыусылары үҙҙәренең оҫталыҡ кластарын күрһәтеп, эш алымдары менән бүлешһәләр, икенсе яртыһында «БЕЛемАЛ» проектының презентацияһы уҙғарылды.

Ошонда уҡ "Педагогик оҫталыҡ мәктәбе" конкурсының икенсе этабы үтте. Унда алты йүнәлеш буйынса еңеүселәр билдәләнде. Улар араһында Сибай ҡалаһының “Аҡһылыу” балалар баҡсаһы педагог-логопедтары Зөлфиә Шәфҡәт ҡыҙы Ҡәйепҡолова һәм Розалия Сәғит ҡыҙы Илбулова беренсе урын яулап,педагог -мастер исеменә лайыҡ булыуҙары  бик ҡыуаныслы.

Яңы уҡыу йылы башында Башҡортостан Республикаһы Башлығының туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү гранты ярҙамында тормошҡа ашырылған "Педагогик оҫталыҡ мәктәбе" проекты сиктәрендә конкурста ҡатнашҡан педагогтарҙың иң яҡшы эштәре баһаланды.

Әйтергә кәрәк, бай йөкмәткеле йыйынтыҡтың төп өлөшөн "Педагогик оҫталыҡ мәктәбе" конкурсы еңеүселәре--Сибай ҡалаһының “Аҡһылыу” мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы педагогтары Зөлфиә Ҡәйепҡолова, Розалия Илбулованың эше тәшкил итә.

--"Педагогик оҫталыҡ мәктәбе" проектының төп маҡсаты--мәктәпкәсә һәм урта дөйөм белем биреү ойошмалары тәрбиәләнеүселәре һәм уҡыусылары өсөн башҡорт телен өйрәнеү буйынса методик ҡулланмалар, күргәҙмә һәм таратма материалдар сығарыу. Цифрлы быуатта йәшәйбеҙ. Балаларыбыҙ ошо цифрлы мөхиттә үҫә. Ошондай шарттарҙа туған телде нисек һаҡлап алып ҡалырға? Яраҡлашырға, әлбиттә. Балаларыбыҙ туған телде белһен өсөн беҙ коллегам менән ошо эшкә тотондоҡ. Беҙҙең бурыс иһә балалар өсөн башҡорт телендә актуаль  продукт булдырыу,--ти башҡорт рухлы Зөлфиә Ҡәйепҡолова.—Конкурста еңгән “Тылсымлы өндәр иленә сәйәхәт” тип аталған методик ҡулланмабыҙ бәләкәс балаларҙы логик фекерләүгә өйтәреүсе билдәле “Логико-Малыш” дидактик пособиеһына атянып башҡортса варианты.

Проектта еңеүселәр билдәләүенсә, уларҙың телмәр үҫтереүгә, иң мөһиме--башҡортса һөйләшергә өйрәткән материалдарын бәләкәстәр дәрестәрҙә бик теләп ҡулланыр. Әлеге ваҡытта педагогтар ошо тәңгәлдә дидактик уйындар булдырыу өҫтөндә лә эшләй.

Проект буйынса республикала шулай уҡ башҡортса мультфильмдар төшөрөлә, фекерләү ҡеүәһен үҫтереүсе уйындар уйлап сығарыла. 5 йәшкә тиклемге сабыйҙарға башҡорт телендә мультфильмдар күрһәтеү ҡулайлы. Тап шул йәштә балалар туған телде ныҡлы үҙләштерә. Хәҙерге заман балалары мобиль ҡушымталарҙы һәм гаджеттарҙы бик тиҙ үҙләштерә. Уларҙы тыйыу күп осраҡта һөҙөмтә бирмәй, шуға ла файҙаға ҡулланыу отошло. Карточкалар, өҫтәл уйындары һәм классик уйынсыҡтар, йәғни ҡулға тотоп ҡарап булған әйберҙәр барыһы ла тәрбиәүи методикала мөһим элемент булып иҫәпләнә. Ғөмүмән алғанда, проекттың барлыҡ йүнәлештәре--“Башҡорт телендә һөйләшәм” методик ҡулланмаһы, алфавит, интерактив уйындар, аудиодиктанттар, үҫтереүсе уйын–мобиль ҡушымта телебеҙҙе өйрәнеүселәр өсөн ҙур ярҙам.

Зөлфиә Ҡәйепҡолова, Розалия Илбулова проект шарттары буйынса “Тылсымлы өндәр иленә сәйәхәт”ижади эштәре менән республиканың төрлө майҙансыҡтарында, хатта башҡорттар күпләп йәшәгән Силәбе, Ырымбур, Пермь, Ҡурған өлкәләрендә лә сығыш яһарға тейеш. Ҡыҙғанысҡа күрә, пандемияға бәйле осрашыуҙар тик онлайн рәүештә генә буласаҡ. 20 октябрҙә педагогтар үҙҙәренең “Аҡһылыу” балалар баҡсаһында үтәсәк онлайн оҫталыҡ дәресендә һеҙҙе көтөп

ҡала.

“Тылсымлы өндәр иленә сәйәхәт”
“Тылсымлы өндәр иленә сәйәхәт”
Автор:Гульдар Кадаева